Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
28 Ғинуар , 10:07

Башҡортостанда ташламаға эйә граждандар өсөн яңылыҡ

Башҡортостанда ташламаға эйә граждандар шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер участкаларын үҙ аллы таба һәм рәсмиләштерә ала – сират көтмәйенсә  

Быны нисек эшләргә:

1. Ғариза биреүсе тораҡ пункт сиктәрендә шәхси торлаҡ төҙөлөшө рөхсәт ителгән буш участка эҙләй.

2. Ер участкаһы урынлашҡан урын буйынса төбәк бүлегенә ғариза бирә.

3. Хуплау биргәндән һуң участканы бушлай милеккә тапшыралар, ә ғариза биреүсене сираттан төшөрәләр.

Кемдең ер участкаһын ташлама менән алырға хоҡуғы бар: күп балалы ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, йәш ғаиләләр, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, шулай уҡ – бар мохтаждар.

«Яҡлауға мохтаж граждандарға ярҙам итеү – төп бурыс. Закон проекты граждандарға һайлау мөмкинлеге биреп социаль көсөргәнешлекте кәметергә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итәсәк», – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

2026 йыл башына республикала шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер участкаһын көтөп 16 меңдән ашыу кеше сиратта тора.

Ташламаға эйә булғандарҙы тәьмин итеү 83 процентҡа тиклем артты, әммә күптәр ер участкалары етешмәү һәм документарҙы оҙаҡ рәсмиләштереү сәбәпле йылдар буйы сиратын көтөргә мәжбүр.

Закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.

Сығанаҡ: #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас