Ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле ярышта иң күп мәрәйҙәр йыйып, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы өсөн сығыш яһаусы Байсуриндар ғаиләһе еңеүсе тип табылды. Быйыл улар районыбыҙ намыҫын республика кимәлендә яҡлаясаҡ, уларға уңыштар теләйбеҙ. Икенсе урынға Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәп исеменән сығыш яһаусы Рәмовтар ғаиләһе лайыҡ булды. М.Әбсәләмов исемендәге Юлдыбай урта мәктәбе өсөн сығыш яһаусы Ҡолһариндар ғаиләһе ярыштың өсөнсө баҫҡысында билдәләнде. Сара һуңында район мәғариф бүлеге етәсеһе Алһыу Амакасова еңеүсе тип табылған командаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ «Яңы йыл ғаилә уйындары”нда ҡатнашҡан барлыҡ командаларға ла “Бөтә Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексә етәксеһе Нурзилә Йәнтилина әҙерләгән дәртләндереү приздары тапшырылды.