Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
30 Ғинуар , 09:17

“Герой –әсә” исеме бирелде.

Ил Президенты Владимир Путиндың “Рәсәй Федерацияһы дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында” указына ярашлы, ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Мәҡсүт ауылында йәшәүсе Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы Такаловаға “Герой –әсә” исеме бирелде.

“Герой –әсә” исеме бирелде.“Герой –әсә” исеме бирелде.
“Герой –әсә” исеме бирелде.

Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы тормош иптәше Мир Ғәниулла улы менән 10 балаға: һигеҙ ҡыҙға һәм ике улға ғүмер бүләк иткән. Уларҙың һәр береһенә тейешле тәрбиә биреп, үҙ аллы тормош юлына сығарғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы 2009 йылда баҡыйлыҡҡа күскән.

Фәнәзиә апай бөгөн ун балаһының, 23 ейән-ейәнсәренең һәм 6 бүлә-бүләсәренең уңыштарына ҡыуанып бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙын мәртәбәле исемгә лайыҡ булыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләйбеҙ!

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас