Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
30 Ғинуар , 16:35

Яугирҙәргә ярҙам итеү –беҙҙең изге бурысыбыҙ!

«Преображенск»  халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Ғәлиә Хәйбулла ҡыҙы Солтанова: “Все для Победы! Барыһы ла Еңеү өсөн!” Бөгөн, 30 ғинуар, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында,  Республика Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә быйылғы йылға  төп бурыс  шулай яңғыраны. 

Һис һүҙһеҙ, бөгөн илебеҙ һағында тороусы яугирҙәребеҙ мәнфәғәтен яҡлау һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бар яҡлап ярҙам итеү - беҙҙең изге бурысыбыҙ. Һәм беҙ был эште ошо йүнәлештә артабан да көсәйтергә тейешбеҙ. Белеүегеҙсә беҙҙең ойошмала МХО яугирҙәренә гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ирекмәндәр штабы булдырылған. Шулай уҡ   федераль проекттар ярҙамында егеттәребеҙгә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ. Райондаштарыбыҙҙы, ауылдаштарҙы аратабан да беҙҙең менән булырға  һәм Еңеү өсөн, дөйөм эштә тағы ла активлыҡ күрһәтеүҙәрен  һорайбыҙ!

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас