Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
3 Февраль , 04:36

Яҡташыбыҙ автомобиль отҡан!

Леонид Якубович алып барған «Мөғжизәләр яланы» уйынында Башҡортостандан да йыл һайын ҡатнашалар.

Яҡташыбыҙ автомобиль отҡан!Яҡташыбыҙ автомобиль отҡан!
Яҡташыбыҙ автомобиль отҡан!

Межгорье ҡалаһынан Людмила Мельникова «Мөғжизәләр яланы» уйынына (16+) башҡорт балы, ер еләге ҡайнатмаһынан тыш, ижади күстәнәс менән дә килгәйне. Уға «Приз» секторы тура килде. Алып барыусы Леонид Якубович яҡташыбыҙға 170 мең һум аҡса алырға тәҡдим итһә лә, ул аҡсанан баш тартып, «ҡара йәшник»те һайланы.

«Бөтә ауыл ҡарай, бөтә Межгорье ҡарай. Приз!» — тине Людмила Мельникова ышаныслы итеп.

Яҡташыбыҙҙың һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты, сөнки уның эсендә автомобиль асҡысы ята ине.

«Ышанығыҙ, мөғжизә була икән», — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты еңеүсе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-02/zhitelnitsa-bashkirii-vyigrala-v-kapital-shou-pole-chudes-avtomobil-4560709 

 

1tv.ru / «Мөғжизәләр яланы» телетапшырыуы
Фото: 1tv.ru / «Мөғжизәләр яланы» телетапшырыуы

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас