Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль , 11:35

Мөрәжәғәт иткән һәр кем ярҙам ала

“Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәре ярҙамында Башҡортостанда 415 кеше үҙ бизнесын асҡан.

2025 йылда “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге ярҙамында республикала 415 кеше үҙ бизнесын башлаған, 2 меңгә яҡын кеше темаға ҡыҙыҡһыныу белдергән һәм консультация алған. Бәләкәй предприятие асылғанда комплекслы оҙатыу Башҡортостан мәшғүллек хеҙмәтенең иң кәрәкле хеҙмәттәренең береһе булып тора. Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү “Кадрҙар” милли проектының (национальный проект “Кадры”) төп маҡсаттарының береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

– Мәшғүллек хеҙмәтенең бөтә системаһын яңыртыу һөҙөмтәһендә клиенттарға ҡараш принципиаль үҙгәрҙе, мәшғүллеккә булышлыҡ итеү буйынса дәүләт хеҙмәттәре линейкаһында яңылары барлыҡҡа килде. Әле белгестәр арсеналында кадрҙар потенциалын үҫтереү һәм эш биреүселәргә ярҙам итеү, үҙ эшеңде асыу менән бәйле 10 тормош хәле һәм 5 бизнес-хәл буйынса әҙер ҡарарҙар бар, — тип билдәләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Бизнес-инициативаны тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән граждандар кадрҙар үҙәгендә бизнесты булдырыуҙың бөтә этаптарында ла ярҙам ала. Эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса хеҙмәт һөнәри йүнәлеш биреү сараларын, кәрәк булғанда эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә һөнәри белем биреүҙе, бизнес-план төҙөүҙе һәм куратор менән эшләүҙе, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ структураларының профилле белгестәре менән индивидуаль консультацияларҙы, бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам түләүҙе, шәхси эшҡыуарҙы “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәгендә һәм берҙәм һанлы үҙәктә эш биреүсе сифатында теркәүҙе күҙ уңында тота.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас