- Радий Хәбировтың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе мәғәнәһе һәм йөкмәткеһе буйынса шул тиклем аныҡ булды, шуның менән төбәк халҡының бөтә йәш һәм социаль төркөмдәрендә лә яҡынса бер төрлө аңлау һәм хуплау тапты. Мин был хаҡта ауылдаштарым, пенсионерҙар, коллегаларым - республиканың башҡа райондарының мәктәп директорҙары менән һөйләштем. Ҡуйылған бурыстарҙың мөһимлеген аңлау йәһәтенән Мөрәжәғәтнамәнең маҡсаты, минеңсә, тормошҡа ашырылды. Хәҙер беҙгә был мәсьәләләрҙе тағы ла әүҙемерәк һәм берҙәмерәк хәл итергә, теүәлерәге – уларҙы хәҙерге ысынбарлыҡтан сығып дауам итергә кәрәк. « Барыһы ла Еңеү өсөн!» – был бөгөн беҙҙең өсөн ысынлап та иң мөһим өс һүҙ. Ауылыбыҙ халҡы, урындағы шарттарға һәм мөмкинлектәргә таянып, яугирҙәребеҙгә ярҙам итеү өсөн күп эштәр башҡара: маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре ҡоя, йылы ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр бәйләй, гуманитар ярҙам йыя, балалар һалдаттарға хаттар яҙа һәм улар өсөн амулеттар яһай. Был эштә олоһонан алып кесеһенә тиклем һәр береһе әүҙем ҡатнаша. Һәм иң мөһиме – беҙ бының дөрөҫ икәнен беләбеҙ һәм ышанабыҙ.
Беҙ барыбыҙ ҙа Махсус хәрби операцияның тиҙерәк еңеү менән тамамланыуын теләйбеҙ. Ә бының өсөн алғы һыҙыҡтағы егеттәргә лә, бында – тылда ла күп эшләргә тура киләсәк. Ошоға бәйле Радий Фәрит улының: бөгөн нимә һәм нисек буласағы тураһында фараздар төҙөргә кәрәкмәй, ә һәр кем үҙ урынында маҡсатлы рәүештә «Барыһы ла Еңеү өсөн!» эшләргә тейеш, тигән фекере бик оҡшаны.”