Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль , 15:35

Яҙ иртә килә... Ҡыуанырғамы, әллә...

.

Яҙ иртә килә... Ҡыуанырғамы, әллә...
Яҙ иртә килә... Ҡыуанырғамы, әллә...

Башҡортостанда яҙҙың иртә килеүе һәм аномаль йылы булыуы көтөлә

Март һәм апрель айҙарында уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға яҡын һәм бер аҙ юғарыраҡ булыуы көтөлә (аномалия 0,+1 градус). Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башгидрометүҙәктең метеопрогноздар бүлеге етәксеһе Гөлназ Заһитова хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, 2026 йылда яҙ иртә килә һәм йылы була.

«Майҙың һалҡынса булыуы фаразлана. Уртаса айлыҡ температура аномалияһы – 0, -1 градус», — тине әңгәмәсе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда республикала яҙ иртә килде. Төп йылғаларҙа марттың егермеләрендә боҙ китә башланы, башлыса был күренеш апрелдең беренсе декадаһы аҙағында — икенсе декадаһы башында күҙәтелә.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» 

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас