– Ярай, уятма, йоҡлаһын. Беләйем генә тигәйнем. Бынан кискә сығып йөрөмәгеҙ инде, йәме? Ял итегеҙ. Тыныс йоҡо.
– Һеҙгә лә тыныс йоҡо, Зөлфиә апай. Һау булығыҙ!
– Һау бул, Булат. Һау булығыҙ...
Улының донъя менән айҡашҡан мәле. Ун биш йәшен тултырҙы быйыл. Бөтә нәмәгә үҙенсә ҡырҡа ҡараш белдерә. Мин-минлеген, еңмешлеген, үҙһүҙлеген ҡайҙа, кемдә ҡулланырға белмәй йонсой. Йә уҡытыусылар менән һүҙгә килешә, йә өйҙә әсәһенә теш күрһәтә, йә подъезд төбөндәге әбейҙәргә тупаҫ өндәшә. Тәртипһеҙ малай ҙа түгел үҙе, башы ла бар, ҡыҙыҡһыныуҙары ла етерлек, артыҡ буш ваҡыты ла юҡ һымаҡ. Тик ниндәйҙер йәшәү асылын, мәғәнәһен эҙләп, дауыл ҡуптарғыһы киләме ул, фетнә уйлап сығарып ҡына тора. Бәләкәйҙән дә тиктормаҫ ҡына ине, үҫмерлеге әле ярайһы көсөргәнешле үтә. Атаһы алдында артыҡ ҡылана алмай ул, ә бына әсәһен һанға һуҡмай маташа. Әллә атаһынан үрнәк ала – аптырарһың. Уның ҡатынын һәр саҡ бер башҡа түбән тотҡанын, өйрәтеп, ныҡып, бармаҡ төртөп күрһәтеп кенә йәшәгәнен һеңдереп үҫте инде? Ә бит Зөлфиә улына һөйөү һалырға тырышты. Ысын, эскерһеҙ әсәлек һөйөүен бирмәйме ни ул улына? Ярай, ирен ул яратмай, ул шуны белә лә, шуға ҡыйырһытырға, кәмһетергә тырыша, тиер инең. Ә бит Әмирҙе, улыҡайын, сикһеҙ һөйөү менән һөйә. Ул шул мөхәббәтте тоймаймы икән? Ниңә шундай уҡ хистәр менән яуап бирмәй? Ниңә әсә күңеле балала булған кеүек, бала күңеле лә әсәлә генә түгел икән? Ниңә ул күҙ-баш алыр-алмаҫтан әллә ниндәй сит, ялтыр, ышанысһыҙ хистәргә ынтыла башлай? Ни өсөн әсә һөйөүенең алыштырғыһыҙ икәнен, ундайҙы башҡа бер ерҙә лә тапмаҫын аңламай? Ҡайһылай ҙа ҡатмарлы һуң был тормош...
Ҙур фатирҙа яңғыҙы улай-былай һуғылып, тегене-быны башҡарған булып йөрөнө лә, толҡа тапмай, урын йәйеп ятты ҡатын. Бер үҙе... өйөндә лә, яҙмышында ла, донъяла ла...
***
...Ауырыу баланың ғүмере ҡыҫҡа икәнлеген белә инеләр. Табиптар был хаҡта һәр реабилитациянан һуң үткәрелгән һөйләшеүҙә һаҡ ҡына итеп әйтеп торалар ине. Ғәҙәттә, кабинетҡа Рамаҙанды саҡырып һөйләшәләр.
– Һеҙ... бындай диагноз менән булған балаларҙың – 7 – 8, иң оҙағы 10 – 11 йыл йәшәгәнен беләһегеҙҙер, эйеме?
– Эйе... – тип яуаплай ир, таушалған ҙур устарына ҡарап ултырған килеш. Был врачтарҙы таный ул, инде нисә йылдар, белеп бөттөләр бер-береһен, шуға күҙҙәренә йәш тулып йомшарып китеүенән уңайһыҙланып, күтәрелеп ҡарамай.
– Рамаҙан Райманович, тартынмағыҙ... Илағығыҙ килһә, илағыҙ... Һеҙ былай ҙа был йылдарҙа бик ныҡ булдығыҙ... Атайҙарҙың иң яҡшыһы булдығыҙ...
– Рәхмәт... – тип кенә әйтә ала тағы.
– Ниндәй генә дауалау ҙа, ҡарау ҙа ҡотҡара алмай уны, үкенескә ҡаршы. Ваҡыты үлсәнгән генә. Хоҙай Тәғәлә бындай балаларҙы беҙҙең араға ниндәйҙер һабаҡ өсөн бирә лә, шул бер арауыҡтан кире ала, күрәһең...
Рамаҙан уға үҙен борсоған һорауҙы бирә:
– Сара Дауытовна... Әле хәле нисек? Насарайғандан-насарая һымаҡ миңә...
– Эйе. Беҙ хәлдән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ...
Ринаттың хәле, ысынлап та, хөртәйгәндән-хөртәйә. Янып бөтөп барған май шәм һымаҡ, ирей күҙ алдында. Башын тота уҡ алмаһа ла, күтәрә, борғолай ине, ҡулдары ла күтәрелде. Ә һуңғы йыл бөтөн ошо “белгәндәрен” дә яйлап онотто. Хәҙер ул күҙен дә шылдырмайынса тәүлектәр буйына ята. Ваҡыты-ваҡыты менән илаған һымаҡ ауаздар сығарып ала ла, тағы тына. Шул тауышланған һәм аҙыраҡ терелеп киткәндәй булған сағында янына килә һалып етә атаһы. Улы менән “һөйләшеп” ҡалырға ашыға:
– Ринат? Улым, уяндыңмы? Ни хәлдәр, улым? Ә? Асыҡманыңмы? Ашап алайыҡмы?
Инде ярты карауаттан оҙон булып үҫкән һонтор малайҙың баш аҫтына терәү ҡыҫтырып, шыйыҡ пюрены ҡалаҡлап асылған ауыҙына һалып өлгөрә. Бала ҡайһылыр осраҡта йотоп ебәрә, ҡайһыларын кире сығара. Ауыҙ-моронон һөртөп ала ла, тағы ҡаптыра атаһы.
– Сығармайҙар әле беҙҙе бынан, улым. Ята бирегеҙ, тиҙәр. Дауалары ла һиңә килешеп китер әле әллә... кем белә... Ә һин аша, аша, улым, бирешмә... йәшәргә тырыш... йәшәргә...
Тик Ринат артыҡ тырышманы. Был донъянан ул ялҡҡан, донъя үҙе унан арыған инеме, һуңғы өс айында системаларҙа ғына тотолһа ла, бер мәл, көндөҙгө йоҡола сағында, сәйер тауыштар сығарып ыңғыраша башланы. Эргәләге карауатта китап уҡып ятҡан Рамаҙан һикереп тороп янына килде, битен-ҡулдарын һыйпап, иркә һүҙҙәр әйтеп торһа, тыныс¬лана торғайны, был юлы иһә бығаса ҡыбырлатмаған аяҡ-ҡулдарын һелтәп үк тартыша, күҙ алмалары өйөрөлә...
– Врач! Врач кәрәк! – Коридорға башын һоноп ҡысҡырҙы. Уны поста ултырған медсестра ишетеп, йүгереп килде һәм хәлде бер ҡараштан уҡ самалап, ары йүгерҙе. Киләһе минутта шалтыратып арба һөйрәп килделәр ҙә, малайҙы шунда тейәп алып та киттеләр. Рамаҙан улының ҡулына йәбешкән килеш уларға эйәреп бара биреп, реанимация ишеге төбөндә өҙөлөп тороп ҡалды. Ҡоламаҫ өсөн башта ишеккә терәлде, унан эргәләге тәҙрә яңағына һөйәлеп, тышҡа ҡарап тора башланы. Унда – йәй. Бөтөн тереклек үҫеп сығып, сәскә атып, ҡымырйып, мыжғып йөрөп ята. Уның улынан башҡаһы... Их, улым, улыҡайым...
Палаталарына инеп ултырҙы ир. Ни менән булышырға белмәне. Баяғы китабын бер алып, бер һалып ҡараны, уҡый алманы. Сәйнүген розеткаға ҡуйып сыжлатты ла, яһап алманы. Ишекле-түрле йөрөнө. Улының йүргәк-сепрәктәрен ҡабат-ҡабат рәтләп һалды. Тағы коридорға сығып һерәйеп тора бирҙе лә, кире инде. Шулай йөрөй торғас, медсе¬с¬тра күренде. Рамаҙан оҙон-оҙон баҫып уға ҡаршы атланы:
– Шунан, һеңлем?.. Нисек унда?
Тегеһе аҙ ғына ҡаушаны. Аҡ бирсәткәле ҡулы менән ирҙең яурынына ла ҡағылып алғандай итте:
– Һеҙ... баш табип кабинетына үтегеҙ. Унда һеҙҙе көтәләр.
– Баш табип?..
– Эйе. Беләһегеҙ бит – Сара Дауытовнаға.
– Әһә. Хәҙер.
Барып инһә, унда өс табип. Барыһы ла уға боролдо. Өҫтәл артында ултырған Сара Дауытовна тороп уҡ баҫты, ҡаршыһына урын күрһәтте. Рамаҙан һағая биреп үтеп ултырҙы.
– Рамаҙан Райманович... – Табип, ҡамасауламаһа ла алдындағы ҡағыҙҙарын шылдырып һалды, уның да тулҡынланғаны күренеп тора. – Рамаҙан, мин һеҙгә ауыр хәбәр еткерәм: улығыҙ... үлде. Медицина ярҙамын ул инде ҡабул итә алманы.
Бер минутҡа тынлыҡ урынлашты. Табиптар иргә хәбәрҙе ҡабул итергә ваҡыт бирҙе. Әммә Рамаҙан бер минуттан һуң да, унан ары ла өндәшмәне.
– Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, – тинеләр эргәләге табиптар. – Һеҙ уны мөмкин тиклем йәшәттегеҙ. Артабан һеҙ ҙә, беҙ ҙә көсһөҙ...
Улының документтары, кәүҙәһе әҙер булғансы, икенсе дауаханаға юлланды. Унда Миңһылыуға барып хәбәр итергә кәрәк. Ҡатыны наркология бүлегендә ята. Йылына бер шунда дауаланып сығыуға ризалашты үҙе. Балнистан һуң ике-өс ай эсмәй, ҡайһы саҡ яртышар йыл да айныҡ йөрөп ташлай. Тик, ысҡына... Тилбер генә йорт ҡарап, улын тәрбиәләп йәшәгән еренән, ҡапыл эсеп ала ла китә. Таба, эскелеген дә, эскелек алып килер кешеһен дә, аҡсаһын да. Һәм, хатта, бикле өйҙән дә сығыр юл таба. Һуңғы тапҡырында тәҙрә ярып сығып, араҡы артынан киткән...
...Миңһылыуҙы дауахана баҡсаһындағы эскәмйәлә көтөп ултыра Рамаҙан. Бына ул уңған һоро халатҡа төрөнөп килә. Аҙыраҡ йомролана төшкән икән. Рамаҙандың уны шул өс ай тирәһе күргәне лә юҡтыр. Телефондан ғына һөйләшәләр ҙә. Ҡатындың йөҙө хафалы, етәрәк ул оторо ашыҡты, тик аяҡтары оҙон халат итәгенә тышауланып ыҙалатты. Ул етеүгә Рамаҙан ҡалҡып торҙо.
Миңһылыу ҙур асылған һәм ҡурҡынған күҙҙәре менән иренең йөҙөнә, күҙҙәренә йотлоғоп ҡараны, өнһөҙ һорау ине уның был ҡарашында.
– Бөттө... китте... улыбыҙ, – тине уға ире. Һаулыҡ та һорашманылар.
Ҡатын уның күкрәгенә ҡоланы. Улар ҡосаҡлашҡан килеш оҙаҡ торҙолар. Береһе үкһеп, икенсеһе тауышһыҙ иланы. Унан эскәмйәгә ултырып, ҡулдарын-ҡулдарға тотоношоп, һыйынышып ҡалдылар. Уртаҡ ҡайғы уларҙы тағы ла берләштерҙе, тағы ла яҡын итте.
– Һин йыйынып сыҡ, Миңһылыу. Барайыҡ, улыбыҙҙы алып ҡайтайыҡ, – тине ахырҙа ир. – Совхозан машина килгәндер ине, көтәлер...
– Ярай... хәҙер.
Ҡайғынан бөксәйеп, бәләкәсәйеп ҡалған ҡатынына арттан ҡарап, йәне әсене ирҙең:
– Эх, Миңһылыу, Миңһылыу... Их, улым...
Киләһе көндәре баланы ерләү, өсөн, етеһен уҡытыу менән мәшғүл булдылар. Бәләкәй мәйеткә артыҡ күп кеше лә йыйылманы. Ҡаланан Гөлкәй менән Ғәзиз ҡайтты. Ҡустыһы, егет булып, йәштәрен йәшерҙе, бары тик күҙҙәренең ҡыҙарып йөрөүе генә уның ҡайҙалыр бер ерҙә илап ингәнлеген аңғарта ине. Ә Гөлкәй иһә, еңгәһе күҙенә йәш алған һайын, түгелде лә китте, түгелде лә китте. Әсәйһеҙ үҫкәнгәме, бигерәк күңеле нескә, яралы ғына шул үҙенең дә. Ҡайһылай булғанда ла, был өйҙә илау-һыҡтау әле оҙаҡ дауам итте.
...Улының вафатына ай тигәндә ысҡынып китте Миңһылыу. Башта өйҙә ятып эсте, унан урамға тартылды, шешәләштәренә, әхирәттәренә китеп юғалды. Тыйманы ла, инде артынан да йөрөмәне, эҙләмәне лә Рамаҙан. Айырылышыуға ғариза яҙҙы. Судҡа барырға ваҡыт еткәс, эсеп йөрөгәндең бер мәлендә өйөнә ҡайтып йығылған һәм иртәнсәктән әле башлап өлгөрмәгән ҡатынға әйтте. Тегеһенең артыҡ иҫе китмәне лә, шикелле. Әммә суд залына барырлыҡ булып әҙәм рәтенә инә алманы. Уны көттөләр-көттөләр ҙә, өсөнсө тапҡыр ҙа килмәгәс, унһыҙ айырып ҡуйҙылар.
Йыйған аҡсаһын, малының яртыһын тотоноп, ауылдағы бер буш ултырған бәләкәйерәк йортто һатып алды. Бер нисә көн шунда йөрөп ҡойма-кәртәләрен йүнәтте, соланын, мейесен яңыртты. Ҡатын-ҡыҙ яллап эсен йыуҙырҙы, ҡорған-түшәктәр ҡуйҙырҙы, һауыт-һаба, ниндәйҙер мебелдәр күсерҙе.