Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
11 Февраль , 09:50

Һуғымығыҙ тәмле икән, үҙегеҙ бигерәк уңған икән!

Һуғым осоро ауыл кешеһе өсөн көтөп алынған мәлдәрҙең береһе ул. Үҙенә күрә байрамға әүерелеп китә бит ул. Йәштәр өлкәндәрҙән йола тәртибенә өйрәнә, мал һуйғанда ир-егеттең таҫыллығы һыналһа, малдың эс-ҡарынын таҙартҡанда килендәрҙең уңғанлығы күренә.

Уға һуғым ашына саҡырышыу йолаһы эйәрә, ит мул саҡта яҡындарын, күрше-күләнең менән табындар ҡороп, үҙ-ара һөйләшеп ултырыу ҙа күркәм ғәҙәт, үҙе бер ғүмер...
Гәзитебеҙҙең уҙған һанында хәбәр итеүебеҙсә, Йомағужа ауылының ял һәм мәҙәниәт үҙәгендә “Һуғым ашы табын күрке” тип аталған бик матур байрам ойошторолдо. Район кимәлендә уҙған сараға төрлө ауылдарҙан ағинәйҙәр ойошмалары вәкилдәре саҡырылғайны. Әйткәндәй, район тормошонда, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәгән был апай-инәйҙәр халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын тергеҙеү,уларҙы киләсәк быуынға тапшырыу уйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡара һәм йылына әллә нисә тапҡыр теге йәки был ауыл биләмәһендә ошондайыраҡ байрам саралары уҙып тора. “Һыпран күлдәк”, “Май майы”, “Йылҡы ите – йәшәтер, ҡыр сейәһе – йәшәртер”, “Һыйлы көнөң һыйырҙа” тип исемләнгән, тағы ла ҡорама ҡорау, таҫтар эшләү һәм башҡалар буйынса әллә күпме оҫталыҡ дәрестәре, фәһемле осрашыуҙар үтте лә инде. Шулай итеп, был юлы ауыл уңғандары “Ҡыпсаҡтар” ағинәйҙәр ойошмаһы тарафынан әҙерләнгән “Һуғым ашы – табын күрке” байрамына йыйылды.
Аллы-гөллө күлдәктәрен кейеп, яулыҡтарын яҙып ябынған, ҡулдарына күстәнәс-бүләктәрен тотҡан апай-инәйҙәр ылау-ылау килә торҙо, ҡунаҡсыл ҡырсаҡтар һәр береһен яҡты йөҙ һәм ихласлыҡ менән ҡаршы алып, был көндө ауырыуса байрам төҫө алған мәҙәниәт усағына әйҙүкләне. Әйткәндәй, Йомағужала барса социаль әһәмиәттәге ойошмалар бер ҡыйыҡ аҫтында – күркәм мәктәп бинаһында урынлашҡан. Ауыл биләмәһе хакимиәте лә, клуб та, китапхана ла, хатта ФАП та. Йылы, уңайлы, бергәләшеп эшләүе күңелле лә. Башта йыйылыусылар өсөн мәктәп буйлап бәләкәй генә экскурсия ойошторолдо. Ауыл уңғандары тырышлығы менән булдырылған ҡул эштәре мөйөшө, яҡташ яугирҙәргә арналған стендтар менән ҡыҙыҡһынып танышты йыйылыусылар. Урындағы ветерандар советының бүлмәһенә лә инеп сыҡты ҡунаҡтар. Махсус хәрби операция башланғаны бирле был ойошманың ишектәре тәүлектең һәр сәғәтендә лә асыҡ тигәндәй. Унда ауыл ирекмәндәре яугирҙәргә ҡорот, йәшелсә, емеш-еләк киптереү эштәрен башҡара, маскировка селтәрҙәре үрә. Әҙер посылкалар райондан киткән гуманитар ылау йәки ялға ҡайтҡан һалдаттар аша ебәрелә. Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн үҙҙәренең тос өлөшөн индергән ағинәйҙәрҙә афарин тейергә генә ҡала.
Артабан байрам мәҙәниәт йортоноң ббайрамса биҙәлгән сәхнәһендә дауам итте. Тупһанан уҡ күңелле таҡмаҡтар, дәртле гармун көйҙәре менән ҡаршы алдылар тамаша ҡылырға йыйылыусыларҙы, иң дәртлеләр шунда уҡ түңәрәк эсенә бейергә лә төшөп киттеләр. Ингәндә үк сорнап алған йылы мөнәсәбәт, күтәренке кәйеф сара аҙағынаса һәм унан һуң да күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланды әле.
“Ҡыпсаҡтар”ҙың йырлы-моңло сәләменән һуң һүҙ Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Тотмановҡа бирелде. Ул байрамға килеүселәрҙе биләмә тормошо менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте.
– Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенә ҡараған дүрт ауылда 500-ләп кеше йәшәй. Бик уңған, сәмсел халыҡ йәшәй беҙҙә. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр, кәртә тултырып мал көтәләр. Һуңғы йылдарҙа йылҡы малын күпләп үрсетә башланылар. Бөгөнгө көндә 450-ләп баш иҫәпләнә. 10-лап пилорама эшләп тора, бар ауылдарҙы бер кибет хеҙмәтләндерә. Биләмә территорияһында 2 ФАП, урта мәктәп, китапхана эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы, күптәр тыуған еренә ерегеп. Ошонда уҡ эшле лә, ашлы ла булып көн итә. Оҙон аҡса артынан Себер тарафтарына йөрөүсе ир-егеттәребеҙ ҙә бармаҡ менән һанарлыҡ хәҙер, күптәр, аныҡлап әйткәндә 30-40-лап кеше, “Башҡорт баҡыры” ойошмаһында вахта ысулы менән эшләй. Бына шулай, емертеп доъя көтөргә, гөрләтеп йәшәргә тырышып ятабыҙ. Шөкөр, төрлө бәйге-ярыштарҙы ла йыш үткәреп торабыҙ. Халыҡ ойошҡан, дәртле беҙҙә. Ауылым тип янып торған абруйлы ир-аттарыбыҙ ҙа бар. Улар араһынан айырыуса Искәндәр Аҡҡужинды айырып әйтер инем. Бар ғүмерен ер эшенә бағышлаған йүнсел хужаларҙың береһе ул. Күп кенә матур башланғыстарға әйҙәүсе, төрлө байрам сараларын үткәреүҙә бағымсы ла Искәндәр Сәйетбаттал улы. Бына шундай ныҡлы терәк булғанда эштәребеҙ ҙә ырамлы бара, – тине Рөстәм Мөхтәр улы.
Урындағы ветерандар Советы рәйесе Ләлә Хәйретдин ҡыҙы Халикованың Йомағужа ауылының тарихына, фамилия, араларҙың килеп сығышына бәйле сығышы ла бик ҡыҙыҡлы булды.
Артабан һүҙ сара ҡунаҡтарына бирелде, сөнки улар ҙа буш ҡул менән килмәгәйне. “Өйгә эш” итеп һәр ойошмаға берәй һуғым ашы тураһында сығыш әҙерләргә кәрәк ине. Ҡоро ғына һүҙ тота буламы инде беҙҙең ағинәйҙәр?! Әлбиттә, юҡ! Һәр сығыш үҙенә күрә бер үҙенсәлек менән булды, эргәмдә ултырыусы бер тамашасы апай әйтешләй: һәр ауылда һуғым ашында булғандай тойҙом үҙемде...
Байғужа ағинәйҙәре, мәҫәлән, ҡаҙ майының файҙаһы тураһында бәйән итте. Уны көндәлек тормошта нисек ҡулланыуҙары менән дә ихлас бүлештеләр. Баҡһаң, әллә күпме сирҙән дауа икән дә баһа ябай ғына ҡаҙ майы – йүтәлдән дә, ҡатыулауҙан да, төрлө тире ауырыуҙарынан да.
Ә бына юлдыбай ағинәйҙәре йылҡы ите тураһында һөйләне. Атаҡлы йылҡысылары менән дан тотҡан һултантимерҙәр ҡаҙы эшләү серҙәре менән бүлеште. Эс майынан эсәккә тоҙлап тултырылғаны, ҡабырғалы ҡаҙы, ял ҡаҙыһы – бындай затлы ризыҡ барҙа магазин кәштәләрендә тулып ятҡан колбаса-сосискаларың. ары торһон! Ә бына сиҙерҙәр ҡаҙыны ыҫлап та эшләй икән. Уны ағас сөрөгөнөң төтөнө менән эшкәртәләр. Теләһә ниндәй ағас менән түгел. Мәҫәлән, ерек яҡшы һанала имеш. Быныһы инде урыҫсалап әйткәндә, ысын деликатес!
Башҡорт халҡының милли ризыҡтарының береһе – тултырманы һәр төбәктә төрлөсә эшләйҙәр икән. Уны малдың үпкә-бауырынан, баш итенән дә әҙерләргә мөмкин. Тултырма эшләү серҙәре менән Ҡашҡар һәм Үрге Ғәле ауылы оҫтабикәләре бүлеште. Ямаһаҙ ауылы ағинәйҙәре лә бауырҙан ҡоймаҡ ҡойоп, матур ғына итеп биҙәлгән салатын да эшләп ебәргәндәр. Әле яңы ғына район ағинәйҙәре ойошмаһына ҡушылырға торған Һабыр ауылынан “Тиләк” фолькор ансамбле лә ит, эсәк-ҡарын ризыҡтарын мул бешереп алып килгәйне. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләндәм Ураҡова үҙе үк эйәртеп алып килгән ҡыҙҙарын. Тимәк, эш уңасаҡ һәм районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдарының береһе Һабырҙа ла ағинәйлек хәрәкәте әүҙемләшәсәк.
Сығыштар араһында уңғанбикәләр һалма йәйеүҙә, ҡаҙ йөнөнән яҫтыҡ тултырып та ярышып алдылар.
Сара һуңында барыһы ла әллә нисәмә төр ит ризыҡтарынан, татлы бәлештәрҙән һығылып торған һый табыны тирәләй йыйылып тәмләп сәй эсте, артабан да ошондай форматта осрашыуҙар үткәрергә һүҙ ҡуйышты.
Ил йолаһына хан да буйһона, тигән халыҡ. Йола – милләтте һаҡлаусы ғәмәл, шуға ла бөгөн дә уларҙы белеп, ҡулланып йәшәһәк, үҙ асылыбыҙҙан ситкә тайпылмаҫбыҙ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас