Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль , 15:13

МХО-ла һәләк булған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренә ярҙам

Башҡортостанда МХО-ны һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙе, шулай уҡ контртеррористик операцияны яҡтыртыу буйынса редакция заданиеһын үтәгәндә һәләк булған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең туғандарына һәм яҡындарына бер тапҡыр бирелә торған пособие тәғәйенләү һәм түләү тәртибе раҫланды. Республика хөкүмәте ҡарары менән киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы тураһында Башҡортостан законына тейешле үҙгәрештәр индерелде.

МХО-ла һәләк булған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренә ярҙам
МХО-ла һәләк булған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренә ярҙам

Дәүләт ярҙамы саралары 2022 йылдың 24 февраленән барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла. Был ярҙамға киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәренең тормош иптәше, бәлиғ булмаған балалары, 18 йәше тулғансы инвалид булып ҡалған балалар, шулай уҡ көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалар иҫәп тота ала.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-02-13/v-bashkirii-utverdili-poryadok-posobiya-semyam-pogibshih-na-svo-rabotnikov-smi-4577099

Фото: «Башинформ» / архив. 

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас