Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
18 Февраль , 08:30

Беҙҙең яҡташтар Республика баҫмаларында

Балаҫтарының сағыулығы иҫ китмәле!

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәгән Сәлимә Абдуллинаны ауылдаштары оҫта ҡуллы хужабикә булараҡ яҡшы белә. Элек-электән был яҡтарҙа турпыша һуҡҡандар. Ул боронғо милли шөғөлдәрҙең береһе булған. Ҡыҙҙарҙы кейәү йортона оҙатҡан саҡта мотлаҡ рәүештә бирнәлек балаҫ һалғандар.
Һатыусы булып хаҡлы ялға сыҡҡан Сәлимә Фәтих ҡыҙы тап ошо боронғо шөғөлгә тотоноп китә.
– Тәүҙәрәк көн үтһен тип, ҡыҙыҡһынып ҡына башлаған инем, аҙаҡ ниндәйҙер «сир» кеүек үҙенә тартты, – тип йылмая әңгәмәсем. – Бына быларын диван япмалары булыр тип башлағайным, эшләгән һайын, яңы идеялар тыуа, фантазия ла арта бара. Кешеләр эшемде күреп, дәртләндереп ебәрһә, тағы ла ихласлап тотонам. Ә инде үҙ ҡулдарым менән һуҡҡан «Мин яратам һине, Юлдыбай!», «Айыҡ ауыл – Юлдыбай» тигән турпышаларым «Быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе» тип аталған «Турпыша – 2023» район-ара оҫталыҡ фестивалендә Гран-при яулағас, был шөғөлгә башкөллө сумдым. Әле баҙыян биҙәктәр һалып, бына ниндәй матур балаҫтар эшләнем. Ҡыш күберәк ҡул эштәре менән булышам, дини китаптар уҡыйым, ғәрәп телен өйрәнәм, – ти ул.
Сәлимә Абдуллина шулай уҡ атай йортон, ата-әсәһенең, туғандарының исем-шәрифен, тыуған көндәрен төрлө ептәр менән сигеп, йортоноң түренә элеп ҡуйған.
Тормош иптәше бик йәшләй генә вафат булғас, яңғыҙы өс балаһын аяҡҡа баҫтыра ул. Бөгөн бәхетле өләсәйҙең һигеҙ ейән-ейәнсәре бар. Хәстәрлекле өләсәй әле үк өс ейәнсәренә бирнәлеккә турпышалар әҙерләп ҡуйған.

Тегенсе һөнәренә тоғро
Фәниә Такалова сығышы менән Мәҡсүт ауылы ҡыҙы. Ата-әсәһе берҙән-бер балалары булғанлыҡтанмы, ҡыҙҙарын ситкә уҡытырға ебәрмәй. Мәктәпте тамамлағас, Фәниә Шәкирйән ҡыҙы Йылайыр һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙ итә.
1979 йылда йәш белгес Юлдыбайҙағы Көнкүреш йортогна тегенсе булып эшкә килә. тәүҙә тегенсе, аҙаҡ бесеүсе булып үҙ эшенең оҫтаһына әүрелә.
Ул йылдарҙа магазин кәштәләрендә бөгөнгө кеүек кейем-һалып тулып ятмай, шуға күптәр тектереп кейә, шунлыҡтан тегенсе һөнәренә ихтыяж ҙур була. ә инде Фәниә Такалова кеүек үҙе бесеп, оҫта теккәндәр һәр саҡ иғтибар үҙәгендә була. Тирә-яҡта оҫта тигән даны таралған геройыма ла, тауарҙарын тотоп, күңелдәренә оҡшаған кейемде тектерергә теләүселәр сират теҙелә. Эш араһында уларҙың да үтенестәрен үтәргә тырыша ул. Атаһы аяҡ теген машинаһы бүләк итә. бөгөн дә ул, ҡомартҡы булып, йортоноң түренән урын алған, әле лә шыҡылдап эшләп ултыра.
– Ул йылдарҙы иҫләһәң, заказдарҙың күп булыуына хайран ҡалырлыҡ. Көнкүреш йортонда әллә күпме тегенсе эшләй, айлыҡ норма ҙур, уларҙы арттырып үтәүҙән башҡа, шәхси клиенттарға ла тегеп өлгөртә торғайным. Ул арала йорт эштәре, балаларҙы ҡарау һәм башҡа мәшәҡәттәр. Һәр әйберемде яратып тектем, һәр береһенә күҙемдең нуры, күңелем наҙы һалынды. Ә инде кеше, мин теккән әйберҙе кейеп, ҡыуанысынан көҙгө алдында күбәләктәй әйләнһә, шунан да юғарыраҡ бәхет юҡ, тип уйлай торғайным, шул ҡәҙәр эшемде яратып башҡарҙым, – ти Фәниә Шәкирйән ҡыҙы. – Тауарҙар ул ваҡытта бөгөнгө кеүек һайлап алырлыҡ түгел ине, кемдер ҡайҙандыр таба, алдырта. Сифатлы ебәк, трикотаж тауар алып килһәләр, шул тиклем шатланып тегер ине. Ана, хәҙер йәнең теләгәнеңде ал, әммә кеше әҙер кейем-һалымды һайлай. Күберәк милли кейемгә, сәхнә костюмдарына заказ биреүселәр арта. Күҙемә операция яһатҡанлыҡтан, әле заказ алырға ла тырышмайым, тик элекке клиенттар килһә, «юҡ» тип әйтә алмайым.
Оҫта бөгөн дә тик ултырмай: ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәнеү әйберҙәре, хәситә, селтәр-ҡашмауҙар эшләй, заказ биреүселәргә сәхнә кейемдәре тегә. Хәҙер Фәниә Такалова ҡыҙы бүләк иткән электр теген машинаһында тегә, шулай уҡ атаһының ҡомартҡыһы булған аяҡ теген машинаһына ла хыянат итмәй.
Ире Йәүҙәт Исмәғил улы менән ҡыҙ һәм ул үҫтергәндәр, әле ике ейәне, бер ейәнсәре бар. Бына шулай, ҡасандыр һайлаған һөнәренә хыянат итмәй, ауылдағы көнкүреш йорто 2006 йылда ябылғанға тиклем эшләй ул.
Кешеләргә матурлыҡ бүләк иткән ханымдың үҙе лә, эштәре лә, күңеле лә матур, уйҙары ла изге. Әле ул иман юлында, ғәрәп телен өйрәнә, мәсеткә йөрөй, дини китаптар уҡый!

Кәримә УСМАНОВА.
Башҡортостан № 5, 23 ғинуар

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас