Республикабыҙға күп һанлы күренекле шәхестәр биргән Йылайыр районының Юлдыбай ауылында Ғәлийән Рыҫкилде улы менән Ғәләмша Мостафа ҡыҙы Шәриповтарҙың ишле һәм татыу ғаиләһендә 1976 йылдың февралендә бишенсе сабый булып донъяға килә Ғәлиә. Тыуған ауылында урта мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙға баш ҡалала Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инеп китеүе ауыр булмай. Башҡорт әҙәбиәте һәм теле ғилемен үҙ иткән студент тәүге курстан уҡ уҡыу программаһына ингән барлыҡ фәндәрҙе лә уңышлы үҙләштерә, белемен камиллаштырыу теләге менән ул өҫтәлмә дәреслектәр – китаптар уҡый, семенар-консультацияларға әүҙем йөрөй. Университетты тамамлағанда ла Шәрипованың диплом эше юғары баһа ала.
Студент йылдарында Ғәлиә бергә белем эстәгән Ҡыйғы районы егете Винер Ғәнеев менән дуҫлашып йөрөй һәм 1997 йылда, һуңғы курста уҡығанда, йәштәр ғаилә ҡоралар, бер йылдан юғары белемле был ике уҡыу алдынғыларын үҙҙәре тамамлаған университеттың Бөрөләге филиалына эшкә тәғәйенләйҙәр. Тәүге йылдарҙа ябай педагог булып хеҙмәт юлын башлаған Ғәнеевтәр сирек быуаттан ашыу бында эшләү дәүерендә кафедра доценты вазифаһына тиклем «үҫәләр», икәүһе лә филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә эйә булалар. Винер Вәлиәхмәт улы бөгөн был юғары белем биреү йортоноң етәксеһе лә, ә Ғәлиә Ғәлийән ҡыҙы филология һәм мәҙәни-ара бәйләнештәр факультетында эшләй, бихисап ғилми-педагогик йыйынтыҡтар, матбуғат биттәрендә фәнни темаға яҙылған мәҡәләләр авторы. Тынғыһыҙ ғалимә, мәҫәлән, быйыл «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының лауреаты, «Ватандаш» журналы ойошторған ижади конкурста еңеүсе булды. Ғ.Ғ.Ғәнеева шулай уҡ халыҡтарҙың мәҙәни ҡомартҡыларын, йолаларын һаҡлау, үҫтереү буйынса республика кимәлендә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Ғәнеевтәр Бөрөлә үҙ көстәре менән иркен, матур йорт һалып сыҡтылар, татыу ғаиләлә Лилиә, Таңсулпан, Әҙилә исемле өс ҡыҙ үҫә. Өлкән ҡыҙҙары юғары уҡыу йортон тамамланы, уртансылары институт студенты, ә кеселәре мәктәп йәшендә. Бар яҡтан да уңған, тормошҡа алдынғы ҡарашлы балалар ата-әсәләрен уңыштары менән ҡыуандырып торалар.
Абруйлы ғалимә-педагог Ғәлиә Ғәлийән ҡыҙы ошо көндәрҙә ғүмеренең алтын мәлен билдәләй. Беҙ, уның яҡташтары,һабаҡташтары, ғилемлеккә тоғро шундай шәхесебеҙ барлығы менән ғорурланабыҙ һәм юбилярға изге хеҙмәтендә яңынан-яңы ижади ҡаҙаныштар, шәхси тормошонда бәхет-ҡыуаныстар, сәләмәтлек-именлек теләйбеҙ.
Айгөл ТАКАЛОВА.
Йылайыр ауылы.