Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
18 Февраль , 08:25

Эх, быймаһы ла быймаһы!

Үткән аҙнала Матрай ауылында «Айыҡ ауыл – 2025» проекты сиктәрендә «Эх, быймаһы ла быймаһы!» тигән район сараһы үтте. Ул республикабыҙ халыҡтарының быйма һәм башҡа кейеҙ изделиелар эшләү буйынса традицияларын һаҡлау маҡсатында ойошторолдо.

Ҡарлы ҡыш етеү менән һәр ҡайһыбыҙ аяҡ кейеме һайлау тураһында уйлана башлай. Беҙгә, ҡышын сатлама һыуыҡтар булған төбәктә йәшәгәндәргә, быйманы әллә ниндәй затлы аяҡ кейеме лә алмаштыра алмайҙыр ул. Сөнки быйма үҙе йылы, уңайлы, йомшаҡ, ышаныслы. Быйма – беҙҙең ауыл кешеләренең алыштырғыһыҙ ышаныслы дуҫы! Йәшәһен быйма!
Байрамға олоһо ла, кесеһе лә быймаларын матур итеп биҙәп килгәйне. Ә инде төрлө ауылдарҙан һәм хатта күрше райондарҙан йыйылған ҡунаҡтар байрамға мәртәбә генә өҫтәне.
Йырлы, бейеүле, күңелле уйындары менән үрелеп барған Быйма байрамы бик матур үтте. Әллә күпме төрлө ҡул эштәренән торған күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмәләр, тәмле самауыр сәйҙәре, йылы аш – барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған ине.
Алдан хәбәр ителгән смотр-конкурстың положениеһына ярашлы, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура һәм Баймаҡ райондарынан килгән 12 команда сағыу визиткалар, дефиле әҙерләгән ине. Байрам барышында ҡулдан баҫылған быймалар һәм ҡышҡы кейем өлгөләре күрһәтелде, шулай уҡ сәхнә түрендә ҡыҙыҡлы таҡмаҡтар башҡарылды.
Шәп сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов сәләмләне:
– Беҙҙең Йылайыр районы үҙенең традициялары, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылышы менән хаҡлы рәүештә дан тота. Беҙ йыл һайын төрлө республика конкурстарында уңышлы ҡатнашабыҙ. Беҙҙең өсөн «Айыҡ ауыл» конкурсындағы еңеүҙәр һәр ваҡыт айырым ғорурлыҡ булды һәм булып ҡаласаҡ. Унда беҙҙең Сәләх һәм Юлдыбай ауылдары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Быйыл эстафетаны Матрай ауылы – минең тыуған ауылым ҡабул итте, был минең өсөн айырыуса ҡиммәтле. Матрайҙар – шат күңелле, эшһөйәр һәм берҙәм халыҡ. Уларҙың конкурста ҡатнашыу тураһындағы ҡарары бөтә ауылға яңы импульс, ысын ижади әүҙемлек өҫтәне. Был ябай һүҙҙәр генә түгел, ауылдаштарым боронғо халыҡ кәсептәрен әүҙем тергеҙә, оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ һауала күңелле спорт уйындары һәм мәҙәни саралар ойоштора. Сатлама һыуыҡ көндә лә шундай юғары кимәлдә үткән бөгөнгө Быйма байрамы быға асыҡ миҫал булып тора! Был беҙҙең ижадта, аралашыуҙа һәм һәр ваҡыт хәрәкәттә булыуыбыҙға дәлил түгелме ни?
Ғөмүмән, ошондай саралар конкурстың һәм беҙҙең дөйөм фәлсәфәнең асылын тулыһынса сағылдыра: бәхет – эсеүҙә түгел, ә аңлы, тыйнаҡ һәм яуаплы йәшәүҙә! Эйе,үҙең менән, күршеләрең менән, үҙ ерең менән килешеп йәшәү – үҙе ҙур бәхет. Күршеләребеҙ – Хәйбулла, Ейәнсура, Баймаҡтарға айырыуса ҙур рәхмәтемде белдерәм. Бөгөнгө матур сарала һеҙҙең ҡатнашыуығыҙ беҙҙең берҙәм һәм татыу булыуыбыҙҙы тағы бер ҡат иҫбатлай. Был дуҫлыҡ һәм уртаҡ ҡиммәттәр билдәһе булып тора.
Яҡташтарыма сәләмәтлек, именлек һәм бөтә изге эштәрендә яңынан яңы уңыштар теләйем! – тине ул үҙ сығышында.
Артабан район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары үҙешмәкәрҙәре тамашасыларға концерт тәҡдим итте.
Күргәҙмәләрҙә оҫта ҡатын-ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрҙе күрһәтте, ә ҡунаҡсыл матрайҙар тәмле бәлештәр бешереп, һәр кемде тәмле-татлы ҡамыр аштары менән ҡайнар сәйгә саҡырҙы.
Шулай уҡ кейеҙ итек һатыу-күргәҙмәһе лә ойошторолған ине. Унда һәр кем үҙенә оҡшаған йылы кейеҙ аяҡ кейеме һатып ала алды.
Сара тамамланғандан һуң компетентлы жюри ҡул эштәре оҫталарын һәм конкурста ҡатнашыусыларҙы дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләне.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас