Нисә айҙар туҡтамай эскәндән өрәк сүрәтенә инеп, аслы-туҡлы йөрөгәндәнме, һаулығы ҡаҡшапмы, тамам хәле бөтөп ҡайтып ҡолаған ҡатын, уның ниәтен аңламаны.
– Нимә б-был? – тине саҡ телен әйләндереп.
– Асҡыс. Һинең йорттоң асҡысы.
– М-мин-нең?..
– Эйе, Миңһылыу. Үрге урамдағы Сәмиға әбейҙең өйөн һиңә алдыҡ. Унда йәшәрлек бөтә нәмә лә бар. Әгәр көтөргә теләгең булһа, ниндәй мал кәрәк, шуны ал.
– Н-ни-шәп... мин унда барам? – Айныҡ булһа ла, башы эшләп китә алмай, ахыры. Аптырарға ла түгел, ул башҡа түҙем бирһен инде...
– Миңһылыу, беҙ айырылыштыҡ, – тине хәҙер ир ҡаты ғына итеп. – Һин хәҙер минең ҡатыным түгел, мин дә һиңә бер кем дә түгел. Китергә уйлайым мин бынан, Себергәме... берәй яҡҡа. Был – беҙҙең төп йорт, ҡустым ҡала торған йорт, шуға һиңә үҙеңә мөйөш яһаныҡ, аңланыңмы?
Миңһылыу саҡ ҡыбырлап усаҡ тирәһендә мыштырланы. Ҡулынан тотҡандары төшөп китеп, эҙләгәнен таба алмай ҡаңғырҙы. Эсе бошоп күҙәтеп ултырҙы уны Рамаҙан.
– Һин сығып китмә. Мунса яғам хәҙер. Матур итеп йыуынып ал. Һурпа ултырт, тамағыңды ҡара. Кейемдәреңде йый... кәрәгеңде вис ал... Иртәгә күсереп ҡуйырмын, – тине лә, урамға, кәртә-араһына сыҡты. Һиңмайланған ҡатын менән һөйләшеүҙән фәтүә юҡ ине.
Юҡ, һиңмайланмағайны әле Миңһылыу. Ул аңлай, барыһын ишетеп-тойоп тора, тик яуапларлыҡ яуабы һәм хәле генә юҡ. Хәҙер-хәҙер... кеше булып алырға кәрәк... Рамаҙан... Рамаҙан! Улай булырға тейеш түгел... түгел... Китмәһен! Ташлап китеп бармаһын...
Ҡатын ауырыу кәүҙәһен көскә һөйрәп йөрөтөп өйҙө йыйыштырҙы. Ир ҡулында ғына булған донъя керләнеп, ҡотһоҙланып киткән. Бығаса, эсһә лә, ҡара эшкә шәп булды бит Миңһылыу. Бер-ике көн туҙынып ятып ала ла, өсөнсө-дүртенсе көн тороп алып, барын ялтыратып йышып-йыуып ҡуя. Улы булғанда ул шулай итә ине... Улы... улыҡайы булғанда... Әле... әле артыҡ һуҙып ебәрҙе шул. Рамаҙанын бөтөнләй онотоп ебәрҙе...
Кискәрәк, арыуыҡ йән ингәс, мунсаға барып эләүкәгә һуҙылып ятты. Сабынырлыҡ уҡ булмаһа ла, эҫе пар аҫтында тәнен иретеп алды, керен сығарҙы. Унан ҡат-ҡат йыуынып, ойпаланып ҡатҡан сәстәрен тарап яҙҙы, таҙа кейемдәр кейҙе. Мунсанан һуң тирләп-бешеп үлән сәйе эсеп, йомшаҡ түшәгенә сумып йоҡлап китте. Төшөндә улын күрҙе... Улы атлап йөрөп ята икән тип... Йөҙө лә ауырыу төҫтә түгел, алһыу ғына... Миңһылыу тулы биҙрә тотоп һарайҙан сығып килә ине, һыйыр һауыптыр... Улы урам яғынан килеп инде... ҡулына ниндәйҙер төргәк тотҡан. Туп-тура әсәһенә килә... “Ринат...” тип өндәшә уға ҡатын, биҙрәһен ултыртып ике ҡулын һуҙа. Улы шул саҡ һуҙылған беләктәренә теге төргәген алып килеп һала. Ҡараһа – бала... Бала бәләкәс кенә, аҡ ҡына, тулап ята... Улы һөтлө биҙрәгә күрһәтә, йәнәһе, бала асыҡҡан, һөт эсер, ти... әйтмәй, ә Миңһылыу аңлай уны. Унан улы борола ла китә. Ҡатын уның артынан ынтыла, “Ринат! Рина-ат! Улым!..” тип ҡысҡыра. Тик малайы туҡтамай. Артынан йүгерер ине, ҡулында – бала...
Йән тиргә төшөп уянып китте... Теле һаман “Рина-ат... Ринатым...” тиеүҙән туҡтаманы. Тышта көҙгө таң яңы ағарып ҡына килә. Ҡатын төшөнән айырылғансы урынында ҡатып ятты. Унан ипләп кенә тороп мейес тоҡандырҙы. Сығып, күптән быҙауҙарына ҡушылып йөрөп өйрәнгән һыйырҙары янына инде, уларҙы һөйөп иркәләне, быҙауҙарын айырып япты. Йәшелсәһе алынмаған баҡсаһына үтте, хәҙер, аҙыраҡ көн асылһа, кишер-кәбеҫтәне йыйып алырға ниәтләне. Кире инде. Рамаҙан да уянған, кейенгән, нәскиҙәрен мейес яҡтауынан алып, һуҙғылап тора. Ҡатын инеүгә, ул тышҡа сығып китте. Өндәшмәне. Миңһылыу уның нимәлер әйтеренән ҡурҡып йөрөй, ярай әле һүҙ ҡатмай әлегә. Йәһәт кенә шыйыҡ ҡамыр туҡып, ҡоймаҡ ҡойорға кереште, һөттө күршеләр индергәндер, моғайын. Сәй ултыртты. Ир инеүгә өҫтәлдә күңелле булып иртәнге тамаҡ боҫрай ине инде. Шым ғына сәй эстеләр. Ашағас, Рамаҙан ҡалҡынды һәм һораулы ҡарашын ҡатынға төбәне. Ошо мәлде көткән дә һәм етеүен нисек кисектерергә белмәгән дә Миңһылыу ултырған ултырғысынан иҙәнгә шыуып төштө һәм имгәкләп килеп ирҙең аяҡтарын ҡосаҡлап алды:
– Рамаҙан... һуңғы тапҡыр кисереү һорайым... Һуңғы тапҡыр!
Ир ҡатып ҡалды. Этмәне лә, типмәне лә, әммә башын да эйеп ҡараманы.
– Үтенәм... үтенеп һорайым һинән. Улыбыҙ хаҡына... Ринатыбыҙҙың рухы хаҡына һорайым... Мин бөгөн уны төшөмдә күрҙем... Матур итеп күрҙем... Ул миңә бәпес алып килеп китте! Аңлайһыңмы, Рамаҙан?.. Бир миңә һуңғы шанс! Мин һиңә һау бала табып бирәм... атлап йөрөгән... һөйләшкән...
– Миңһылыу! Тор! Етәр, һиңә.
– Рамаҙан... һау бала, ишетәһеңме?
– Ниндәй бала тағы? Тор, тинем!
Тик ҡатын уны ишетмәне лә, ә илап-һамаҡлап, аяҡтарын, үрелеп ҡулдарын үпте, инәлде:
– Рамаҙан... үтенәм... Был һуңғы тапҡыр... ысын, һуңғы... Ышан миңә! Эсмәйем! Бына, улым рухы менән әйтәм... Зинһар...
Ир, ниһайәт, ҡатын ҡулынан ысҡынып, тышҡа ташланды. Ә тегеһе илаулап һаман иҙәндә ятып ҡалды:
– Рина-ат... Рамаҙа-ан... Ринаты-ым... үтенәм, үтенәм һеҙҙән... мине ғәфү итегеҙ...
Ғәфү иттеме-итмәнеме инде ир, әммә ҡатынды ҡыуып сығарманы. Ул шунда тороп ҡалды. Эсмәне, тағы ла дауаланыуға барҙы. Бик бошонған, хатта енләнгән ваҡыттары ла булып китте, әммә ныҡ булырға, ысҡынмаҫҡа тырышты. Шулай ярты йылдай дауалана торғас, ауырға ҡалды һәм саҡ-саҡ һаҡлап йөрөтөп, ҡыҙ бала тапты. Бәпес сибек, бәләкәс кенә булып тыуҙы. Уны әллә ҡала, әллә юҡ, тип ҡурҡыттылар. Бала булып ҡына түгел, ә оло өмөт тә булып тыуған сабыйҙы нисек тә һаҡлап ҡалырға тырышты ата менән әсә. Һәм уларҙы йәлләне бәпес – был донъяға сат йәбеште, әсәһенең күкрәген дә нәҙек кенә тарамыш бармаҡтары менән батырып тотоп, уймаҡ ауыҙы менән һурып-һурып имде. Уның был ҡыланышын күҙәтеп, күҙ йәштәре аша көлдө ололар. Йортҡа тыныслыҡ, хатта ки бәхет килеп инде. “Зөлфиә” тип ҡушты ул бәхеткә исемде атаһы. Әсәһе бер генә һирпелеп ҡараны ла, йылмайып баш ҡаҡты. Ул хәҙер нимәгә лә риза ине. Тик Зөлфиәләре, Рамаҙаны, ошо йылы өйө генә булһын. Булһын...
***
...Бөтөн был ваҡиға Зөлфиәнең өйгә ҡағыҙҙар һәм буяуҙар алып ҡайтыуынан башланды. Күп осрағын фатирында яңғыҙ ултырған һәм шул бушлығын нимә менән тултырырға белмәгән ҡатын, үҙенең бер заман рәссам булырға хыялланғанын һәм, ҡасандыр ҡайһы бер кешеләрҙең әйтеүе буйынса, һәләтле лә икәнлеген иҫенә төшөрөүҙән.
Зәбир башта залдың бер мөйөшө мастерскойға әүерелеп киткәнде күрмәмеш булдымы, иғтибар итмәйерәк йөрөнө. Әммә ҡайһы бер кистәре, ул ни ғиллә менәндер ваҡытында ҡайтып ҡуйған мәлдәре, ҡатынының арбалғандай булып һыҙмалар менән сыбарланған ҡағыҙ битенә текәлеп тороуын оҡшатманы. Юҡ, әҙер ашты яңғыҙ ултырып ашай алмағандан да, Зөлфиәнең уға ваҡыт бүлмәгәненән дә түгел, ә ҡатынының эсенә йәшерелгән хазинаның тышҡа сығып, башҡаларға күренеп ҡуйыуынан ҡурҡҡандан. Ул бит Зөлфиәнең ярайһы оҫта төшөргәнен белә, әгәр уға был һөнәрен үҫтергәндә, шул өлкәлә нығыраҡ шөғөлләнгәндә, был мәлдә билдәле рәссамдарҙың береһе булып китә алырын да аңлай. Тик ул осраҡта ҡатындың үҙ донъяһы буласаҡ, ул шәхес халәтендә формалашасаҡ һәм Зәбирҙең ярҙамсыһы ғына булып йәшәүҙән баш тартасаҡ. Ысҡынасаҡ ул уның ҡулынан, ирек, үҙ аллылыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ даулай башлаясаҡ.
Шәмбе көн иртәрәк, әммә ярайһы ҡырын тейәп ҡайтты Зәбир. Ниндәйҙер коллегаһының фәнни дәрәжәһен йыуғандар. Аш бүлмәһенә инмәне лә, тамағы туҡ, тимәк. Шулай ҙа ятырға ла ашыҡманы. Уның залға үтеп ултырып уҡ алғанынан, нимәлер теләгәнен һиҙгән ҡатын, эшенән туҡтап, өндәште:
– Ванна тултырып бирәйемме әллә, йыуынып алаһыңмы?
– Ю-уҡҡ... – Ир баш сайҡаны.
– Асыҡманыңмы?
– Ю-уҡ...
– Ял итер инең...
– Өйрәтмә миңә... үҙем беләм.
Зөлфиә яуапламаны. Ул ире менән телләшеп, уның сәнскеле һүҙҙәренә ҡаршы өндәшеп тә, үҙен яҡлап та өйрәнмәгән. Зәбир иһә уның өндәшмәҫенә өйрәнгән. Бына ул килеп өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы бармаҡ осо менән генә шылдырғылап ҡараны. Унан, ирен ситен ҡыйшайтып, мыҫҡыллы йылмайҙы:
– Пикассо булырға хәл иттең инде?
– Былай ғына... күңел өсөн, – тигән булды ҡатын, бына-бына ҡубырға торған тауышты баҫып ҡуйыу өсөн. Тик Зәбирҙең әйтәһе хәбәре бар ине әле.
– Нимә?.. Колхозниктарҙың ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтағандарын онота алмайһыңмы һаман? Улар нимәлер аңлап һөйләнгән икән тиһеңме? Между прочим... һинең был һыҙмаларыңда иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ. Һәр ябай рәсем уҡытыусыһы ла быларҙы әтмәләй ала.
Сәпкә тура тейгәндәй, күңеленә “сәп” итеп кенә ҡалды был һүҙҙәр Зөлфиәнең. Бығаса ниндәй генә сәбәптәргә талаһа ла, һәләтенә ҡағылғаны юҡ ине әле бының.
– Мин бит конкурсҡа эшләмәйем. Үҙем өсөн генә, ваҡыт үткәреүгә...
– Ваҡытың күп булһа, ана, минең эштәрҙе йый компьютерға. Киләһе йыл защита, булдыҡлы ҡатын ирен уңдырыу өсөн тупраҡ булып түшәлә, ә һин – һүрәт, имеш...
– Зәбир, улай үпкәләр урының юҡ. Хәлемдән килгән тиклем ярҙам итәм бит. Был дәрәжәңде лә яҙып бөтөрбөҙ, яҡларбыҙ әле.
– Яҡларбыҙ? Ха-ха! Зәбир Зәкировичтың фәнни дәрәжәләрен мин алып бирешәм, тиген тағы.
Артабан һүҙ ҡуйыртыу урынһыҙ ине. Зөлфиә шымды.
– Һүрәт эшләгең килһә, бар, мастерской арендовать ит, был фатирҙа эт ояһы яһауҙы туҡтат. Эшең бар, ашың бар – һиңә нимә етмәй?