Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль , 14:49

Йылайырҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөкләндереләсәк

Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Йылайырҙа «Йондоҙло» физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды.

Йылайырҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөкләндереләсәк
Йылайырҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөкләндереләсәк

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы ремонтҡа мохтаж, тип билдәләне Андрей Назаров. Уның һүҙҙәренсә, бинаның ҡыйығы яраҡһыҙ хәлгә килгән. Премьер-министр район хакимиәте етәкселегенә капиталь ремонт проектын әҙерләргә ҡушты.

«Йондоҙло» физкультура-һауыҡтырыу комплексында 490-ға яҡын бала һәм үҫмер шөғөлләнә, 14 тренер эшләй, комплекстың үткәреү һәләте – сәғәтенә 128 кеше.

«Был муниципалитет өсөн төп спорт объекты булып тора. Бында буласаҡ чемпиондар тәрбиәләнә, уҡыусылар шөғөлләнә, көслө тренерҙар эшләй, ә спортсылар республикала һәм унан ситтә танылыу яулай. Балалар ҙа, өлкән быуын да бында ҙур теләк менән килә», — тип билдәләне Назаров.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-02-19/yylayyr-a-fizkultura-auy-tyryu-kompleksy-t-kl-nderel-4585465 

 

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас