+21 °С
Болотло


Уңған апай махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған улының рухы шатланһын өсөн бөгөн яуҙа йөрөгән егеттәргә ярҙам итеү буйынса үҙ өлөшөн индерә. Көн һайын тиерлек ул «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә килеп яугирҙәребеҙ өсөн аҙыҡ-түлекте вакуумлау эшен башҡара. Афарин, Ҡарлуғас апай!
Уның тырышлығы менән башҡарылған хеҙмәт һәр һалдатҡа тыуған яҡ йылыһы булып барып етһен тип кенә теләге килә.
Фотолар «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең «Бәйләнештә» төркөмөнән алынды.