

Ғәҙәттәгесә, беренсе булып үҙҙәренең «тимер аттарын» ҡаргиҙәрҙәр хужалары әҙерлек һыҙығына ҡуйҙы. Әгәр үткән йылда районда уларҙың 21 берәмеге теркәлгән булһа, бөгөн инде 27-гә еткән. Дәүләт техник күҙәтеүе белгестәренең аңлатыу һәм контроль эше ыңғай һөҙөмтә бирҙе тип әйтергә була. Шул уҡ ваҡытта, районда был техника төрөнөң асылда күберәк икәнен билдәләп үтергә кәрәк һәм ҡайһы бер хужалар уны хоҡуҡ менән билдәләнгән тәртиптә иҫәпкә ҡуйыуҙы кәрәк тип тапмай. Был граждандар ҡарғиҙәр менән ҡыш айҙарында бер нисә тапҡыр ғына йөрөйөм тигән фекерҙә ҡала...
– Был һүҙҙәргә аныҡлыҡ индереп, шуны әйтергә теләйем, беренсенән, был техника дәүләт ҡарамағы иҫәбендә тормайынса эксплуатациялауға закон буйынса тыйыла, – ти Дәүләт техник күҙәтеү буйынса баш инженер-инспектор Илгиз Солтанғужин. – Тағы ла шуны билдәләр инем, рөхсәт документтары булмаған осраҡта техниканы ҡулланған өсөн ҙур штрафтар һәм башҡа административ саралар, хатта техниканы штраф майҙансығына ҡуйыуға тиклем шарттар ҡаралған.
Район үҙәгендә йәшәгән граждандар тарафынан тикшереүгә тәҡдим ителгән ҡаргиҙәрҙәр яҡшы хәлдә тип әйтергә була. Быны ойошторолған тикшереүҙәр раҫланы.
– Ағымдағы йылдың техник тикшереүҙәре графикка ярашлы башланып китте. Район халҡы үҙ хужалығындағы техникаларҙы ваҡытында күрһәтеп, кәрәкле документ алыр тип ышанам. Ә үткән йылдағы техник тикшереүҙәр барышында иҫкәрмәләр алған ойошмалар һәм шәхси сектор хужалары ағымдағы йылда башҡаса хаталарға юл ҡуймаҫ тигән өмөттә ҡалам, – ти Илгиз Юнир улы.