Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
25 Февраль , 08:30

Йылайырҙар ҡышты оҙатты Ҡышты оҙатыу йәки Масленица – йылдың иң күңелле һәм көтө

Ҡышты оҙатыу йәки Масленица – йылдың иң күңелле һәм көтөп алынған байрамдарының береһе. Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар. Дүртенсеһен халыҡ телендә «күңел асыу көнө», тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала билдәләнә, һәм Ярлыҡау йәкшәмбеһе менән тамамлана. Уҙған йәкшәмбе район үҙәгенең Үҙәк майҙанында Ҡышты оҙатыу байрамы үтте. Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау сараһына йәше-ҡарты әүҙем йыйылды, майҙан йыр-моңдан, балаларҙың шат тауыштарынан гөр килеп торҙо.

Райондың балалар баҡсаһы, үҙәкләштерелгән китапхана, район үҙәк дауаханаһы коллективтары сараға килеүселәрҙе өҫтәл тулы ризыҡ менән ҡаршы алды, байрамдың төп атрибуты – ҡоймаҡ һәм хуш еҫле сәй, тәм-томдар менән һыйланы.
Ошонда уҡ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән тематик тамаша күрһәтелде, төрлө конкурстар ойошторолдо, былар барыһы ла күңелле йырҙар, таҡмаҡтар менән оҙатылып барҙы.
Сара байрам ҡарасҡыһын яндырыу менән тамамланды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас