

➡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ. Торлаҡ биналарын хеҙмәтләндереү һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтарҙы хәҙер киләһе айҙың 15-нә тиклем түләргә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт һылтанма буйынса.
➡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен махсус көйләү. РФ Хөкүмәте газ, йылылыҡ һәм һыу тапшырыу, һыуҙы ағыҙыу өлкәләренә ҡағылышлы торлаҡ ҡануниәтен һәм нормаларын ҡулланыуҙың (сараларҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын күрһәтеп) төбәк үҙенсәлектәрен нығыта аласаҡ.
➡ Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр. Бындай ерҙәрҙе башҡа ҡулланышҡа күсереүҙең яңы тәртибе индерелә. Ҡарарҙарҙы (федераль участкаларҙан тыш) РФ субъекттарының башҡарма органдары төбәк закондарына ярашлы ҡабул итә. Тулыраҡ бында.
➡ Торлаҡ фондының дәүләт иҫәбе. Электрон системаға (ГИС ЖКХ) күп фатирлы йорттар тураһында мәғлүмәттәр йыйыу ғәмәле яйға һалынды. Электрон паспорттарҙа йорттарҙың торошо, капиталь ремонт һәм авария даталары тураһында мәғлүмәт буласаҡ.
➡ Балалар ялы. Балаларҙың ялын ойоштороу һәм һауыҡтырыу буйынса ведомство-ара төбәк комиссияларын РФ субъекттарының юғары вазифалы кешеләре етәкләйәсәк. Комиссия составына һаулыҡ һаҡлау вәкилдәре лә инәсәк.
➡ Инвалидтарҙың мәшғүллеге. Инвалидтарҙы эшкә ҡабул итеү квотаһы ойошмаларҙың бөтә, шул иҫәптән башҡа төбәктәрҙә урынлашҡан, филиалдарына ла биреләсәк.
➡ Наркотиктар пропагандаһына ҡаршы тороу. Ҡаты сикләүҙәр индерелә: наркотиктар менән законһыҙ эш итеү тураһында контентты махсус маркировкаһыҙ таратыу тыйыла һәм яуаплылыҡ көсәйтелә.
➡ Криптовалюта. Һанлы валюта енәйәт кодексында милек тип таныла. Енәйәт юлы менән табылған криптовалютаға арест һалыу һәм тартып алыу тәртибе һәм ҡулға алынған активтар менән операцияларҙы тыйыу раҫлана.
➡ Алдан тәфтиш тикшереүе. Хәҙер тикшереүҙәрҙе ғәйепләнеүсенең йәки шаһиттарҙың йәшәгән урыны буйынса ғына түгел, ә зыян күреүселәрҙең күпселеге йәшәгән урында ла үткәрергә мөмкин (дистанцион урлауҙар өсөн актуаль).
Дауамы РФ Дәүләт думаһы сайтында: vk.cc/cUY9Kr
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан