Интернет селтәрҙәрендә, матбуғат сараларында ил етәксеһенең ошо фарманы иғлан ителгәс, кеҫә телефонында булдырылған «Мәҡсүт ауылы» чаты төрлө тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштарымдың ҡотлау, хуплау һүҙҙәре менән тулды: «Фәнәзиә еңгәй – ауылыбыҙҙың ҡото, ғорурлығы»,«Иҫ киткес матур балалар уҫтергән өлгөлө әсә, «Ауылда үткәрелгән барлыҡ сараларҙың уртаһында йөрөгән әүҙем ағинәй», «Был наградаға күптән лайыҡ шәхес!», «Герой исеме һуңлап булһа ла хужаһын тапты» һ.б.
Эйе, ун балаға ғүмер бүләк иткән оло йөрәкле әсә, уңған хужабикә, алсаҡ, ихлас күңелле изге зат, яҡташтары араһында ҙур абруй ҡаҙанған шәхес Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы хәҙер инде ил кимәлендә билдәлелек алды. Ауылдаштарының «Герой-әсә» исеменең һуңлап бирелеүе тураһындағы фекерендә дөрөҫлөк бар – Ф.И.Такалованың унынсыға әсәй булыуына 34 йыл үтеп киткән, үҙенә лә быйыл августа 75 йәш тула.
Башҡортостандың алыҫ төньяҡ сигендә урынлаш Асҡын районында донъяға килгән ҡыҙҙы яҙмыш елдәре үткән быуаттың 50-се йылдар уртаһында беҙҙең төбәккә ташлай. Сиҙәм күтәреү хәрәкәте башланғас, балыҡсылар ырыуы башҡорто Исмәғзәм уҙаман ғаиләһе менән далалы Матрай (хәҙерге Йылайыр) районының Ҡамышүҙәк ауылына килеп төпләнә, ошонда игенселектә эшләй. Ҡыҙҙары Фәнәзиә менән һеңлеһе бында буй еткерә.
Украинала өс йыл армия хеҙмәтен үтеп ҡайтҡан Мәҡсүт ауылы егете Мир Такалов, тракторист һөнәрен үҙләштереп, совхозда эшләп йөрөгәндә беҙҙең яҡтарҙа һирәк осраған һары сәсле, зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө һылыу ҡыҙ Фәнәзиәгә күҙе төшә. Бер аҙ танышҡандан һуң, ваҡытты һуҙмай, сая егет ҡыҙға тәҡдим дә яһай. Һомғол буйлы, тулҡынланып торған ҡап-ҡара бөҙрә сәсле олпат егет алдында йәтеш кенә кәүҙәле ун һигеҙе яңы тулған ҡыҙ бер аҙ юғалып ҡала, әммә хисен йәшерә алмай, ризалығын белдерә. «Алтын ҙур булмай ул», – тип яратып шаярта һөйгәнен егет кеше. Йәштәр өйләнешәләр. Берҙән-бер улының кәләш алыуына Зөләйха инәй ныҡ шатлана, киленен Хоҙай бүләге тип ҡабул итә. Һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтырға насип булмаған ире Ғәниуллаһының төҫө итеп, күҙ ҡараһындай ҡурсалап үҫтергән егерме алты йәшлек улының өйләнеүен ҡартая барған әсә күптән көтә ине. Фронтовик атаһының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында 1944 йылдың мартында ҡара ҡағыҙ килгәндә Миргә тик бер генә йәш була. Тиҙерәк илгә тыныслыҡ килеүен теләп яуға киткән илле йәшлек Ғәниулла Әмирхан улы сабыйына Мир тип исем ҡушып ҡалдыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малайға атай наҙын белмәй үҫергә тура килә. Бала саҡтан әсәһенең ышаныслы терәге, ярҙамсыһы, эшһөйәр, әрһеҙ була улы.
Ғаилә ҡорғас, йәш парҙар ҙур теләк менән совхоз эшенә баш көллө сумалар. Мир ағай көнө-төнө тигәндәй «Беларус»ынан төшмәй, баҫыуҙа, ә Фәнәзиә еңгәй алһыҙ-ялһыҙ малсылыҡта хеҙмәт юлын дауам итә. Ваҡыт үтеү менән совхоздың алдынғы механизаторы Мир Такаловтың күп йыллыҡ намыҫлы эше дәүләт тарафынан «Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән баһалана, тырышлығы менән абруй яулаған ҡатыны ла хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала эшләй.
Ғаилә тормошо ла үҙ яйы менән алға бара. Килен менән бейем ун йылдан ашыу бер ҡыйыҡ аҫтында бик татыу, бер-береһен хөрмәт итеп матур йәшәйҙәр. Кәртә тултырып мал тоталар, бай баҡса үҫтерәләр, ғаилә лә ишәйә бара. Бер-бер артлы донъяға килгән алты ейәнсәрен һөйөп, тәрбиәләшеп өлгөрә ҡәртәсәй, уңған, итәғәтле килененә рәхмәтле, балаларына риза булып донъя ҡуя Зөләйха инәй.
Тиҙҙән Такаловтар бергә тормош көтә башлаған өйҙәре янына яңынан иркен йорт һалып алалар. Ғаиләләге һигеҙ ҡыҙ һәм ике малай ҙа, үҙ парҙарын табып, башлы-күҙле булып, тыуған йорттан төрлө яҡтарға осоп сығып бөтәләр. Һәр береһен, туйҙар яһап, изге фатихаларын биреп, оҙата атай менән әсәй. Бөгөн улар Өфө, Сибай, Баймаҡ, Магнитогорск ҡалаларында, Татарстанда, Хәйбулла, Йылайыр райондарында бик матур донъя көтәләр, эшләйҙәр, балалар үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙҙары ғына Мәҡсүттә ата-әсә йортона күрше булып тормош ҡорған. Балалар атай нигеҙенә йыйылһа, ике йорт ихатаһы шат тауыштар менән тула, әйтерһең, үҙе бер һабантуй.
Ғаилә башлығына,үкенескә ҡаршы, хаҡлы ялға сыҡҡас оҙаҡ йәшәргә насип булмай. Бынан ун ете йыл элек 66 йәшендә яман сирҙән вафат булып ҡалды. Үҙе ғаиләлә атаһыҙ, яңғыҙ ул булып үҫкән һуғыш осоро балаһы Мир Ғиниәтулла улының ғүмерен бөгөн ун балаһы, егерме өс ейән-ейәнсәре, алты бүлә-бүләсәре дауам итә. Тормош юлдашын ваҡытһыҙ юғалтыу ҡайғыһына бирешмәй, балаларының именлегенә, уңыш-шатлыҡтарына ҡыуанып, һәр саҡ тормошҡа тик яҡшы тойғолар менән ҡараған көслө рухлы әсә, бөтмөр, тынғыһыҙ гүзәл зат Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел! Ишле ғаиләләр, күп балалы әсәләр өсөн ташламалар, награда-бүләктәр тураһында һүҙ сыҡһа, еңгәйҙең фекере бер булды: «Мин балаларымды дан-шөһрәт өсөн үҫтермәйем, ҡәҙерлеләрем имен-аман, һау-сәләмәт, бәхетле булһалар – шул миңә иң ҙур награда». Ун бала тәрбиәләп үҫтергән өсөн тейешле награда юллауға ла ул заманында ҡырҡа ҡаршы була килде, хатта ауылдағы берәй сарала уға маҡтау ҡағыҙы йә бүләк тапшырыр булһалар, еңгәй баш тарта, тыйнаҡ ғына ҡасыу яғын ҡарай. Ярай әле, үҙҙәре хәҙер атай-әсәй, ҡартатай-өләсәй булып бөткән балалары, кәрәк документтар туплап, ЗАГС бүлегендә тәртипкә килтереп , дәүләт етәкселегенә мөрәжәғәт итәләр һәм, ниһәйәт, әсәйҙәренең ҡаһарманлығы һуңлап булһа ла «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был ҡыуаныслы ваҡиғаға атайҙарының рухы ла шатланғандыр. Ауылыбыҙҙың ҡото булған Герой еңгәйебеҙгә бәхетле ғүмер теләйбеҙ!
Әйткәндәй, бәләкәй генә Мәҡсүт ауылында Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы Такалова икенсе Герой-әсә, 1976 йылдың 8 мартында был юғары исемгә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатованың әсәһе, ун ике балаға ғүмер бүләк иткән Шәмсинур Мөхәмәтйәр ҡыҙы Бикбулатова лайыҡ булған ине.
Ильяс ТАКАЛОВ.
Йылайыр ауылы.