Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
4 Март , 04:50

Мәскәү тигән баш ҡала...

.

– Һинең, шул, бер ҡыҙмы?
– Эйе. Өлкән улыбыҙ булғайны... ауырыны... үлеп китте.
– Уй Алла... Ғәфү ит.
– Күптән булды ул... Ун туғыҙ йыл үтте...
– Ы-ы...
Уңайһыҙ тынлыҡтан ҡотҡарып, аш-һыу алып килделәр. Рамаҙан Зөлфиәне ҡыҫтап һыйларға кереште:
– Әйҙә, ынтыл, Зөлфиә... Һин бит эштән һуң.
Тик ҡатындың тиҙерәк барыһын да белгеһе килә. Сама юғалтмаҫҡа тырышып, һаҡ ҡына һораша ла һораша.
– Ҡыҙыңдың әсәһе... бында бергәме?
– Ҡыҙымдың?.. Ә-ә! Ул ауылда. Бында түгел, юҡ, ауылда ҡалды.
– Ы-ыы...
Тағы шыма бирҙеләр. Унан Рамаҙан тағы тура ҡарап, текәлеп ҡалды.
– Зөлфиә... мин Өфөгә барған һайын картиналар күргәҙмәләрен эҙләп таптым, шул өлкәне ентекле күҙәттем. Һүрәттәр аҫтынан һинең исемеңде уҡырға ниәтләп... Һин әллә... төшөрмәйһеңме?
Ҡатын бер мәлгә телһеҙ ҡалды. Ә ир унан яуап көттө. Был тәңгәлдә бер нәмә тип аҡланып та, алдашып булмай ине. Шуға дөрөҫөн әйтте:
– Юҡ.
– Нисек “юҡ”?.. Был йылдар бөтөнләй картиналарға тотонманым, тип әйтмәксеһеңме?
– Тотонманым... Һәләтем дә самалы булғандыр инде... һәм... ҡыҫҡаһы, минән рәссам сыҡманы.
– Һин рәссам инең инде. Йәл, бик йәл... Ә бит тегенең... Зәбирең... һине рәссам итергә вәғәҙә биргәйне.
Ҡапыл ҡатындың ҡапҡан аҙығы тын юлына китте. Шуны сығарғансы, сәсәп, барып битен йыуып килде. Килде лә, баяғы ишеткәндәрен асыҡламаҡсы булып, дауам итте:
– Ниндәй вәғәҙә хаҡында әйтәһең? Ҡасан?
Рамаҙандың күҙ ҡараштарында ҡатылыҡ сағылды, тауышы ла ҡырҡыулана төштө:
– Шул бер күрешкәндә инде... Һин өйгә ингәндә. Ул миңә “Зөлфиәне Мәскәүгә уҡырға алып китәм, ул рәссам буласаҡ” тигәйне... Мин уға ышандым.
Баҫып торһа, ултыра төшөр ине ҡатын, был осраҡта тик арҡаһына һөйәлеп, муйынын быуып алып барғандай булған ебәк яулығын ғына сисеп ала алды. Әсе йылмайҙы:
– Әллә... Нимә тигәндер?.. Мин үҙ сиратымда ҡулыма кисточка тотҡанды ла яратмаған Зәбирҙе генә беләм.
Хәҙер Рамаҙанға ҡатып ҡалыуға сират етте. Уның йөҙөндә башта аптырау, унан асыу яралды ла:
– Һы! – тип кенә ҡуя алды.
Шул ваҡыт яндарында бер ҡыҙ пәйҙә булды. Булды ғына түгел, май ҡояшы һымаҡ балҡып Рамаҙандың янына уҡ килеп баҫты. Ҡаршыһындағына мөкиббән китеп, ҡыҙының яҡынлағанын да аңғармаған икән.
– Зөлфиә... Бына был бәләкәй Зөлфиә, – тине ир, керпектәрен елп-елп итеп аңлай алмай ултырған ҡатынға. – Ҡыҙым.
– З-Зөл-фиә?..
– Эйе. Һинең исемде алдыҡ. – Атаһы ҡыҙына ла өндәште. – Һиңә мин ошо апай хөрмәтенә ҡуштым “Зөлфиә” тип, ҡыҙым. Уның кеүек һәләтле һәм аҡыллы булырыңды белеп.
Ике Зөлфиә бер-береһенә хайран булып төбәлде лә, йылмайышып торҙолар.
– Мин бик шатмын, – тине ахырҙа өлкәне. – Һинең ҡулыңда ошондай сибәр аҙашым үҫкәнгә.
– Эйе, рәхмәт. Мин дә... шулай уҡ.
Ҡыҙ улар янына ҡунаҡлап, аҙыраҡ быларҙы күҙәтеп ултырҙы ла, нәфис беләгендәге ҡул сәғәтенә ҡарап алды. Уның был хәрәкәтенән Зөлфиә нимәгәлер ваҡыт етеүен аңланы:
– Һеҙгә... китергә кәрәктер. Мин тотоп тик ултырам, ахыры...
Рамаҙан көрһөнөп ҡуйҙы:
– Зөлфиә, мин бөгөн төндә осам... Билет алынған...
– Ә-әәә... Ыһыы... Эйе, шулай инде...
– Ҡыҙым менән ошонда осрашып, аэропортҡа бергә китергә килешкәйнек.
– Ә-әә...
– Зөлфиә... Ҡарале... Анау магазинға барып инеүемде, һине күреп ҡалыуымды әйт әле?.. Икенсе кассаға тороп ҡуйһам шунан?.. Баш етерлек түгел...
– Эйе...
– Әле бына күргәндәй ҙә булманым. Ҡайҙа әле, мөмкин булһа, адресыңды яҙып алайым?
– Адресты? – Зөлфиәгә ҡыйын булып китте шул мәл. Ул ҡатынлы иргә адрес биргән һәм ниндәйҙер ярамағанға өмөт уятҡан бер әҙәпһеҙ апай булып күренгәндәй тойолдо Рамаҙандың ҡыҙына. Шуға уңайһыҙланып ҡына баш тартты:
– Кәрәкмәҫ... Күрештек, һөйләштек бит инде.
Бындай яуаптан Рамаҙан да саҡ ҡына ҡаушап торҙо ла, ҡапыл ғына ризалашты. Уның тауышында һалҡынлыҡ һиҙелде:
– Кәрәкмәҫ тык кәрәкмәҫ. Һеҙ яҡшыраҡ беләһегеҙҙер. – Унан тороп уҡ йыйына башланы. – Ярай. Ҙур рәхмәт. Хәл белештек... Имен-һау бул!
Зөлфиә лә баҫып оҙатып ҡалды:
– Х-хушығыҙ...
Йәш Зөлфиә бара биргәс, боролоп ҡул болғаны. Унан атаһының көмөрәйә биргән киң яурынын ҡағып уны ла боролтоп ҡаратты. Тегеһе бер һирпелеп ҡарап ҡына алды, күҙҙәрендә үпкә... бөткөһөҙ үпкә ине. Зөлфиә лә ҡулын күтәрҙе. Рамаҙан яуапламаны, әйләнеп китеп барҙы.
Оҙаҡ ултырҙы улар киткәс тә Зөлфиә. Уны борсоған әҙәм булманы. Был йортта төнө буйы эшләй – магазин да, кафелары ла, шуға хатта таңға тиклем урынынан ҡуҙғалмаһа ла өндәшмәҫтәр ине, моғайын, тик ҡайтып йыуынаһы, өҫтө алыштыраһы һәм иртәгәгә эшкә әҙерләнәһе бар.
Эсендә бер төйөр барлыҡҡа килеп, ул ауырайғандан-ауырайҙы. Ҡабарып барған ямғыр болотолай тулышҡандан-тулышты күңеле. Саҡ сыҙап килеп, фатирына инеп өлгөрҙө – йырылды, түгелеп китте. Ҡулындағы пакеттарын ташлап, аяҡ кейемен сисеп ашатлап, өҫтөн һала-һала барып карауатҡа ҡоланы. Баҫҡыстан күтәрелгәндә үк соҙорап ҡойола килгән йәштәренә ирек бирҙе. Ярһып, тыйыла алмай иланы. Тыма биреп китте лә, ҡабаттан буҙланы. Ята бирҙе лә, тағы һығылды. Былайтып... былайтып ул ҡасан илағаны булды икән? Булдымы икән был ғүмерҙә? Булды. Рамаҙан ҡапҡа төбөндә ҡалдырып киткән кис... төнө буйына... унан тағы ла һанһыҙ көндәр, төндәр... Лыс һыу булған мендәренә дымлы йөҙө менән һеңеп ята торғас, йоҡлап китте ҡатын.
Иртәнсәк шундай бер еңеллек менән торҙо. Кисә, әйтерһең, йәштәрен түгел, йөрәгендәге таштарын ҡойған. Улар, гүйә, ҡомға онталып төшөп бөткәндәр ҙә, бөтөн булмышы рәхәтләнеп, таҙарып ҡалған. Шул еңеллек менән эшенә ашыҡты. Унда ла көр, шаян, алсаҡ булып йөрөнө. Саҡ ҡына үҙ алдына ҡалһа, нимәлер уйлап йөҙө асылды. Ирен ситендәге ваҡ һырҙары бына-бына йылмайырға әҙер булып йымылдашты. Көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ҡайтҡанда аяҡтары, йыш ҡына витринаһына тексәйеп үтә торған магазинға үҙҙәренән үҙҙәре алып килде. Күпме генә тышында тапанып торғаны булһа ла, инергә ҡыймаған бүлеккә үтеп, таныш еҫтәрҙән башы әйләнеп китте. Башта ҡағыҙҙарҙы, бумалаларҙы, буяуҙарҙы ҡат-ҡат ҡарап сыҡты, һыйпағыланы, унан үҙенә кәрәктәрен алып, бер ҡосаҡ итеп ҡармап тотоп, метроға ашыҡты. Кисәге һымаҡ ҡабаланып, тротуарҙарҙа кешеләргә төкөй-төкөй ашығып, ике баҫҡысты бер атлап йүгермәләп ҡайтып инде лә, аш бүлмәһенә боролоп ҡарарға ла ваҡыт тапмай, эшкә кереште. Ҡулдары әллә ҡайҙан белеп, әллә хәтерләп, төрлө буяуҙарҙы бутап яңы төҫтәр сығарҙы. Күҙҙәре уларҙы ҡайҙа төртөргә икәнде самалап күрһәтеп өлгөрҙө. Ҡолаҡтары ҡағыҙға төшөрөлөп барған ағастарҙан өҙөлгән һары япраҡтарҙың ҡыштырлауын ишетте. Сәстәре көҙгө ҡояштың йылыһын, талғын ғына ел иркәләүен тойҙо. Ә йөрәге картинала уның йәнәшәһендә атлаған ҡәҙерле кешенең тын алышына ҡатар туҡылданы...
Таң тыуыуға бите-башы, өҫтө әҙәм ҡарағыһыҙ булып буялған, киң асылған күҙҙәре ҡыҙарған, һаман туҡтауһыҙ өҫтә йылпылдағандан арыған ҡулдары һәленеп төшкән, әммә үҙе сикһеҙ бәхет һәм һиллек эсендә йөҙгән Зөлфиә, тамамланған картина алдында ултырғыста ултыра ине. Һүрәттә көҙгө ҡала урамынан ир менән ҡатын атлай. Алтын япраҡтар яуа. Йәнәш килеүсе пар ошо хозурлыҡтың төп өлөшө һымаҡ. Уларһыҙ мең төҫлө уттарҙа балҡыған оло ҡала ла, дымлы аллея ла, сыуаҡ ҡояш та булмаясаҡ. Уларһыҙ... Зөлфиәнең ҡомары ла, илһамы ла, ул үҙе лә юҡ...
Картинаның аҫтына исеме лә ҡуйылған: “Мәскәү тигән баш ҡала...” Авторы: Зөлфиә Яхина. Бөтөн был ваҡиғаның башы тап бына ошо мәл ине. Ошо мәл!
Ҡаршы килгән ҡыҙҙы алыҫтан уҡ таныны. Зөлфиә бит! Рамаҙандың Зөлфиәһе. Үткәндә атаһы менән киткәндәге кеүек ҡырҙан уҡ ҡул болғай. Көлөп килә, ауыҙы йырыҡ. Ҡатын туҡтап ҡалып, көтөп торҙо.
– Һаумыһығыҙ!
– Һау-мы...
Ҡыҙыҡай килә килеп уны ҡултыҡлап уҡ алды. Зөлфиә уның арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы. Бындай алсаҡлығына яуапһыҙ ҡала алмай ине.
– Зөлфиә апай! – Ҡыҙҙың күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнаны. Атаһына оҡшаған ине ул, ағыраҡ, наҙлыраҡ, һыҙаттары вағыраҡ, әммә шул уҡ ҡараш, шул йылмайыу.
– Ни бар, Зөлфиә?.. – Ҡатын һағая төштө.
– Атайыма ҡыйын, – тип үк һалды тегеһе, ғәҙәти генә итеп.
– Нисек ҡыйын? Ауырыймы әллә?
– Эйе. Һөйөү тигән ауырыу менән. – Хихылдап көлөп тороуын әйт!
Зөлфиә лә уға ҡаршы көлдө, был хәлдә көлмәҫлек түгел ине шул.
– Ул һеҙҙе ныҡ һағына. Мин күреп торам...
Кит, бала менән нимә һөйләшәләр, тип уйлай ҙа ҡатын, үҙе төпсөнә:
– Әсәйең дә күрәме? Йә Хоҙай...
– Әсәйем?.. Ниндәй әсәйем? Ул бит беҙҙең менән йәшәмәй.
Зөлфиәнең битенән йылмайыуы юйылды:
– Ниңә йәшәмәй?..
– Атайым һеҙгә әйтмәнеме ни? Ул... шунда, ауылда... икенсе ағай менән йәшәй. Давно инде, мин бәләкәй саҡтан уҡ.
Ҡатын йәш аҙашына ҡарап ҡатты. Уныһы быны ҡултыҡлаған килеш һөйрәп тигәндәй алып китте, үҙе хәбәрен теҙҙе:
– Беҙҙең әсәй эсә... Эсергә ярата... Мин башланғыс кластарҙа уҡығанда ул ныҡ ҡына эсеп алып китте лә... атайым тыйҙы... ул ҡасты, юғалды... Һәм, үҙе һымағыраҡ бер ағайға барып инеп ҡуйҙы. Ҡуйған инде... мин яҡшылап белмәйем, иҫләмәйем. Мине атайым бирмәгән... әлдә!
– Шунан?.. Йәшәйҙәрме?
– Йәшәйҙәр. Айныҡ булһалар мин дә барып сығам... Атайым әйтә, бар, ташлама әсәйеңде, ти... Ә һеҙ?.. Яңғыҙһығыҙ ҙа ул, ивет? Атайыма, ни эшләп яҡшылап белешмәнең, тиһәм, адресын биреүгә ҡаршы булғас, бер үҙе түгелдер, ахыры, тип... Эй, бешмәгән бит ул, эйеме?
Сылтыратып көлә генә. Ә Зөлфиәлә көлөү ҡайғыһы юҡ. Уның башы шаулап, фекере буталды. Артабан ҡыҙҙың нимәләр бытылдап, нимәләргә шырҡылдағанын да ишетмәҫ булды ла ҡуйҙы. Ул арала ҡыҙыҡай, ҡосаҡлашып хушлашып, ғәҙәтенсә ҡул болғай-болғай, халыҡ араһына инеп тә юғалды. Зөлфиә фатирына юлланды.
Күпмелер ваҡыттан подъезынан кире сыҡты ул. Такси тотоп аэропортҡа елдерҙе. Ҡулында уның ике генә нәмә ине – кескәй сумка ла ҡағыҙға төрөлгән картина: “Мәскәү тигән баш ҡала...”

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас