+24 °С
Ямғыр
Был илаһи юлдар тап һеҙҙең өсөн, гәзитебеҙҙең байрам һанын ҡулына алып уҡып ултырған һәр гүзәл зат өсөн төбәп әйтелгән кеүек. Эйе, уңған һәм сибәр, дәртле һәм сәмле, тыйнаҡ һәм сая, моңло һәм рухлы ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй беҙҙең ауылдарыбыҙҙа.
Халҡым, ерем, телем тип янып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренең эше, хеҙмәте, йәмғиәттәге тотҡан урыны менән йәшәйешебеҙҙе йәмләй һәм биҙәй. Аҡ яулыҡлы ағинәй, бөтмөр хужабикә, бәхетле ир ҡатыны, әсәй, һөйөклө ҡыҙ һәм уңған килен, кешелекле, шул уҡ ваҡытта талапсан да етәксе, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән йәмәғәтсе... Ошо төшөнсәләрҙә һеҙҙең әллә күпме булмышығыҙ, ҡаҙанышығыҙ сағылыш тапҡан...