+21 °С
Болотло
Осрашыу сәй табынында, йылы мөхиттә үтте. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды һәм 8 март байрамы хөрмәтенән сәскә гөлләмәләре менән бүләкләнде.
Шулай уҡ был көндө район мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм 8 март байрамы айҡанлы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, балалар ижад йорто берекмәһе һәм «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында концерт ойошторолдо. Район хакимиәт башлығы ир-егеттәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе.
Мәҙәниәт йорто бинаһында храйон китапханаһы коллективы әҙерләгән матур фотозона булдырылған ине.