Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
18 Март , 04:30

Сүлмәгенә күрә ҡапҡасы!

йәки Тәҙрә төптәрендә йәшел ҡыяҡ...

...Йомағужа урта мәктәбенең етенсе синыфында уҡып йөрөйбөҙ. Ҡәҙимге генә ир еткән балаларбыҙ инде беҙ. Шуға ла түбән синыфтарҙағы кеүек ҡыҙҙар менән аралаштырып ултыртыу юҡ – кем менән ултырырға теләүҙе һәр кем үҙе хәл итә. Атай-әсәйҙәребеҙ татыу аралашып-саҡырышып йәшәгән, бер-беребеҙҙе әҙме-күпме белгән күрше ауылдан Гәрәй менән бер парта артына ултырҙыҡ. Алдыбыҙҙағы партала шул уҡ Һаҡтау һылыуҙары Әлфиә менән Фариза ултыра. Уҡытыусылар өндәшә һалып бармаған, йыуаш кешеләр булған дәрестәрҙә Әлфиә, мин, Фариза өсәүләшеп нимәләр генә һөйләшмәй инек! Ҡасандыр, кемдәндер ишеткән ҡыҙыҡлы хәлдәр, ауылдар яңылыҡтары, теге йәки был кешенең кәмиттәре, киләсәктә кем булыу тураһындағы хыялдарыбыҙ һ.б. – беҙҙең һөйләшеү темаһынан бер нимә лә ситтә ҡалмай ине... Ә бына һүҙгә һаран Гәрәй беҙгә әллә ни ҡыҫылманы. Бары ара-тирә генә һүҙ ҡыҫтырыуҙан үтмәне ул. Үтә лә тыныс, сабыр холҡло ине шул ул! Класта башҡалар, хатта ҡайһы бер уҡытыусылар ҙа Гәрәйҙе “туң”, “шомбай” тип нарыҡланы. Әммә, дуҫ булараҡ, ышанысымды яулаған ине инде ул – ниндәй генә сереңде сисһәң дә парталашымдан бер ҡайҙа ла сыҡмаҫына ышана инем!
Дәрестәрҙә ялығып китһәк, мин ипләп кенә алдағы ҡыҙҙарҙың сәсенән тартам да, үҙем яҙышып ултырған кеше булам да ҡуям. Йыш ҡына Фариза, артына әйләнеп, китап йәки башҡа берәй нәмә менән беҙҙе “дөмбәҫләп” ала.
–Үәт, Һаса, кешегә буштан буш һуғасы! Гәрәй тарта лабаһа сәсеңде! – Мин белмәмеш тә күрмәмеш инде, ә Гәрәй өндәшмәй генә йылмайыуын белә һәм Фаризанан “өҫтәмә өлөш” ала.
Химия дәресенән Ҡасҡынов Рауил Ҡыяметдин улы уҡыта ине. Һөйләү манераһы менән башҡа уҡытыусыларҙан бик ныҡ айырылып торҙо ул. Химик элементтарҙы үҙенә генә хас тон менән, нисектер моңландырып әйтер ине. Гидраргиум (Hg), плюмбум (Pb), купрум (Cu) ише химик элементтарҙы һанай башлаһа, башта класыбыҙ менән көлә инек. Өҫтәүенә, уҡытыусы “ге” өнөн “һе” менән бутап һөйләне. Шул арҡала мәктәптә үҙен “Һаһарин” тип кенә йөрөттөләр... (Уҡытыусымдың рухы рәнйей күрмәһен!) Класта химия дәресе етһә, Фариза менән мин иң ныҡ көлгән уҡыусылар булдыҡмы икән, Рауил ағай класҡа инеү менән һаулыҡ һорашып, ҡулындағы сумка-портфелен уҡытыусы өҫтәленә өс-дүрт аҙым етмәйерәк атып бәрә лә:
–Әррәмов, Сырлыбаева, баһығыҙ! – тиер ине. Айҙан ашыу шулай уҡытыусыны икәүләшеп баҫып тыңланыҡ. Яҙырға кәрәк булғанда ғына ултырта ла беҙҙе, яҙып бөтөү менән ҡабат баҫтырып ҡуя... Шунда ла беҙ, ул һөйләй башлау менән көлөүҙән туҡтаманыҡ һәм Рауил Ҡыяметдиновичтан йыш әрләнә инек... Эй, моңһоҙ бала саҡтар...
Һигеҙенсе класты уңышлы тамамлап, Фаризабыҙ артабан Сибай педагогия училищеһына уҡырға инеп китте. Училищела ла алдынғылар рәтендә булды төпкөр ҡыҙ. Һәр фән уға нисектер еңел бирелә ине. Үҙе лә тырыш булғандыр инде.
Ә беҙ Гәрәй менән унынсыны тамамлап, әрме сафына юлландыҡ. Ике йыл һалдат кирзалары һөйрәп, һалдат бутҡаһы менән ҡорһаҡтарҙы туйҙырып, донъяның әсе-сөсөһөн татып ҡайттыҡ. Егет менән ҡыҙ араһында мәктәп йылдарында уҡ бөрөләнгән оҡшатыу, үҙ күреү хистәре йылдар аша мөхәббәт уты булып ҡабынды һәм 1986 йылда Һаҡтау ауылында йәшәгән Ғәниевтар менән Сырлыбаевтар ҡоҙалашты...
Шул уҡ йылдың көҙөндә йәш ғаилә ул заманда ҙур ғына ауыл булып, “Һабыр” совхозының бүлексәһе һаналған Бараҡал ауылына күсеп килә һәм совхоз биргән иҫке генә йортта оя тибә. Ғаилә башлығы бүлексәлә тракторсы, ә хужабикә урындағы башланғыс мәктәптә уҡытыусы булып эштәрен дауам итәләр. Икеһе лә бөтмөр, тик ултыра белмәгән ир менән ҡатын бер нисә йылдан заманса йорт бөтөрөп инә. Оҙаҡламай бер-бер артлы улдары Денис менән Фәдисте ҡулдарына ала атай менән әсәй.
Егерме йылға яҡын ғүмерҙәре үткән Бараҡал ауылы үҙ һәм яҡынға әйләнә Ғәниевтар өсөн. Тик ҡапыл ғына замандар үҙгәреп, гөрләп торған ауыл юҡҡа сыға башлай. Күпселеген рус халҡы тәшкил иткән бараҡалдар ситкә күсенә. Ауылда бар халыҡты эш урыны менән тәьмин иткән ҙур ферма, ырҙын табағы, машиналар ихатаһы, торараҡ магазин, унан мәктәп ябыла... Ҡыҫҡаһы, ғаилә йәшәү сығанағынан мәхрүм ҡала. Һөҙөмтәлә, өр-яңы йорттарын Ғәниевтар ҙа район үҙәгенә шылдыра...
Балта эшенә оҫта ғаилә башлығы бында яңынан донъя бөтәйтә. Үҙе күсеп килмәҫ элек “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына төнгө һаҡсы булып эшкә урынлашҡан ир буш көндәрендә еңел машинаһында ауылдаштарына такси хеҙмәте лә күрһәтә. Иш янына ҡуш яһай инде. Ә кисәге уҡытыусы урындағы икмәк комбинатына икмәк бешереүсе булып эшкә төшә. Бәләкәйҙән тырыш, тернәксел булған ҡатын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы эш урынында ла үҙен уңған хеҙмәткәр итеп күрһәтергә өлгөрә.Әйткәндәй, Фариза Кинйәбулат ҡыҙы эшләгән эш сменаһы бешергән икмәкте йылайырҙар һәм район үҙәге ҡунаҡтары һәр саҡ көтөп ала ине... Бешереү технологияһын теүәл үтәү, икмәк бешереү серҙәрен аныҡ белеү һөҙөмтәһе был! Икмәк ашамай бер көн дә тора алмайбыҙ, сөнки унһыҙ тамаҡ туймай. Элек-электән икмәкте ризыҡтың иң ҡәҙерлеһе тип иҫәпләгәндәр һәм ҡунаҡтарҙы ла икмәк-тоҙ менән ҡаршы алғандар. Уны нисек бешергәндәре, магазин кәштәләренә барып еткәнсе ниндәй юлдар үткәне менән фәҡәт ошо эш менән мәшғүлдәр генә таныш! Өйҙә ғаиләң өсөн икмәк һалыу һәм уны уңдырып бешереү бер эш, ә бына тулайым хеҙмәт бөтөнләй икенсе нәмә...
Йылайырҙа Ғәниевтар Бараҡалдағынан байтаҡҡа ҙурыраҡ яңы өйҙә яңыса тормош ҡороп ебәрә. Яҙҙан кәртә тултырып ҡош-ҡорт үрсетәләр, ә баҡсаларында һәр төрлө емеш-еләк, аллы-гөллө сәскә түтәлдәре күкрәп үҫә... Бөтмәр хужабикә бар нәмәне алдан планлаштырып, уныһын-быныһын көналдын хәстәрләп ҡуйырға ярата. Сүлмәгенә күрә – ҡапҡасы, тигәндәй, Гәрәй Фәйзулла улы ла тик ултырыуҙы белмәгән тынғыһыҙ йорт хужаһы! Икәүләшеп, көңгөр-ҡаңғыр һала көн буйына ерҙә соҡоналар улар...
– Гәрәй ярҙам итмәһә, бер үҙемә ауырға тура килер ине, – ти хужабикә, – бар эште лә икәүләп бергә-бергә атҡарабыҙ инде... Гел генә ишәй менән ҡушай ҙа булып булмай, төрлө саҡтар була. Ирешеп, талашып та алабыҙ. Әммә үпкә һаҡлап, оҙаҡ йөрөй алмайбыҙ, тиҙ генә яҙылып китәбеҙ... Ирешкән-талашҡандар шул ерҙә ятып ҡала...
Емеш-еләк, сәскә-маҙар үҫтереүҙе үлеп яратҡан, уларһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәгән ҡатын киләһе уңышҡа көҙҙән әҙерләнә башлай.
–Улар минең хоббим инде! – Тип көлә һәр саҡ көр күңелле Фариза класташым.
Тышта ғинуар бурандары һыҙғыра, әсе һыуыҡтар өтөп алып бара. Ә Ғәниевтарҙың тәҙрә төптәрендә йәшел ҡыяҡтар, күктәге ҡояшҡа үрелеп, күкрәп үҫә! Көҙөн ошо үҫентеләр хужаларҙы мул уңыштары менән һөйөндөрәсәк әле! Әйткәндәй, уңған хужалар үҙ түтәлдәренән алған емеш-еләктән нимәләр генә әҙерләмәй! Йыл әйләнәһенә етмәле тоҙланған, маринадланған ризыҡтары, төрлө-төрлө ҡайнатмалары, салат-маҙарҙары табындарынан өҙөлмәй. Өйләнеп, башҡа сыҡҡан улдарына ла, туғандарына ла өлөш сыға тәм-томдарҙан...
Ғәниевтарҙың ике улы ла, ата-әсәләренә оҡшап, тырыш һәм тернәксел. Мәктәпте уңышлы тамамлаған егеттәр икеһе лә юғары белемгә эйә, ил алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтҡандар. Денис та, Фәдис тә, өйләнеп, ата-әсәһен ейәндәр менән һөйөндөргәндәр. Өлкәндәр өсөн тере ҡурсаҡ инде улары, йәндәй күргән ирмәктәре!
–Улдарыбыҙҙан бәхетебеҙ бар! – Тип ҡыуаналар Гәрәй Фәйзулла улы менән Фариза Кинйәбулат ҡыҙы. – Бар эш тә ҡулдарынан килә! Ағас эшенә лә, техникаға ла берҙәй маһирҙар, кеше көнлө түгелдәр. Үҙ балаларын үҙҙәре ҡарап үҫтерергә насип булһын инде, донъялар тынысланып китһен!..
Ирле-ҡатынлы Ғәниевтар икеһе лә тырыш, уңған ғаиләләрҙә матур тәрбиә алып, хеҙмәт һөйөп, эш менән сынығып үҫте. Фәйзулла Сәйетғәле улы менән Вәлимә Муса ҡыҙы туғыҙ балаға ҡәҙерле атай менән әсәй булһа, Кинйәбулат Мырҙағәле улы менән Нуриҙә Хөснолхаҡ ҡыҙы ете баланы ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтерҙе һәм уларҙың һәр береһен артабан белемгә ынтылтты. Һәр ике ғаиләнең һәр балаһы башҡалар уларға ҡарап һоҡланырлыҡ итеп йәшәне һәм йәшәй!
Ә хаҡлы ялдағы Фариза класташым әле лә өйҙә генә “әбей” булып ултырырға теләмәй! Өсөнсө һөнәрен үҙләштәрҙе ул һәм шәхси сауҙа нөктәһендә һатыусы-кассир булып уңышлы ғына эшләп йөрөй. Магазиндарына ингән һәр кешене яҡты йөҙө, йылы һүҙе менән ихлас ҡаршы алып, изге теләктәре менән оҙатып ҡуя алсаҡ ҡатын.
Күптән түгел генә алтмышты артмаҡлаған класташтарыма оҙон һәм иманлы ғүмер юлы, ҡайғы-хәсрәттәрһеҙ тормош теләйем! Ғүмер иртәләрегеҙҙе бәхеттә, балалар ҡыуанысында, матур уйҙар, яҡты өмөттәр менән, һау-сәләмәт булып ҡаршыларға яҙһын! Кешеләргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерһегеҙ. Тырыш, эшлекле булғанығыҙ өсөн дә донъяғыҙ етеш, ғаиләгеҙ татыу, ризығығыҙ мул һеҙҙең. Артабан да бөгөнгөләй ҡыуанып йәшәргә булһын!
Мотал Рәмов.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас