Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
23 Март , 05:53

Социаль ярҙам саралары хәҙер Рәсәй Социаль фондының MAX мессенджерында

Социаль ярҙам саралары тураһында хәҙер Рәсәй Социаль фондының MAX мессенджерындағы рәсми чат‑боты аша белешергә мөмкин. Сервис тәүлек әйләнәһенә – өҙлөкһөҙ, шул иҫәптән ял һәм байрам көндәрендә лә эшләй.

Социаль ярҙам саралары  хәҙер Рәсәй Социаль фондының MAX мессенджерындаСоциаль ярҙам саралары  хәҙер Рәсәй Социаль фондының MAX мессенджерында
Социаль ярҙам саралары хәҙер Рәсәй Социаль фондының MAX мессенджерында

Чат-бот түләүҙәр һәм пособиеларға ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәсәк. Уның бурысы – социаль ярҙам сараларын тәғәйенләү һәм күрһәтеү тәртибе тураһындағы һорауҙарға оператив яуап биреү.

Сервисты файҙаланыу өсөн MAX мессенджерында теркәлергә һәм һорауҙы чат-бот аша яҙырға кәрәк: vk.cc/cVlQAO.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Социаль фонд бөтә хеҙмәттәрҙе лә үҙенең клиент хеҙмәттәрендә (vk.cc/cS8Qvq), шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бушлай күрһәтә

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас