Башҡортостанда яғыулыҡҡа йәнә хаҡ артҡан. 24 марттан «Башнефть» заправкаларында бензиндың популяр төрҙәре 30 тингә ҡиммәтерәк. Хәҙер АИ-92 маркалы бензиндың бер литры 61,45 һумға һатыла. АИ-92 ATUM — 62,8 һум, АИ-95 — 65,45 һум, АИ-95 ATUM 66,7 һум тора. АИ-100 һәм дизель яғыулығының хаҡы шул уҡ ҡалған – 87,95 һәм 74,6 һум.
Әйткәндәй, «Башнефть» йыл башынан алып етенсе тапҡыр хаҡтарҙы арттыра. Март айында ғына яғыулыҡ ике тапҡыр ҡиммәтләнгән: 1 мартта һәм 17 мартта хаҡтар 30-50 тингә күтәрелгән.
«Лукойл» компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ла, russiabase.ru сайты мәғлүмәттәре буйынса, хаҡтар үҙгәргән. АИ-92 маркалы бензин 63,93 һум (+36 тин), АИ-95 — 69,74 һум (+1,4 һум), дизель 77,72 һум (+1,04 һум) тора.
Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы