Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март , 16:03

Мин, һин, ул – бөтәбеҙ бергә ҙур ил

 Район мәҙәниәт һарайында Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Рәсәй мәғариф министрлығы тарафынан иғлан ителгән мәктәпкәсә белем биреү йылына бағышланған «Мин, һин, ул – бөтәбеҙ бергә ҙур ил» тип исемләнгән  район фестиваль-конкурсы уҙғарылды. Унда райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Мин, һин, ул – бөтәбеҙ бергә ҙур ил
Мин, һин, ул – бөтәбеҙ бергә ҙур ил

Мәҙәниәт йорто фойеһында фестивалгә килеүселәрҙе белем биреү ойошмалары тәҡдим иткән декоратив-ғәмәли ижад әҫәрҙәре күргәҙмәһе ҡаршы алды.

Тамашалар залында дәртле моң ағылды, шуҡ бәләкәстәр түҙемһеҙлек менән үҙҙәренең сәхнәгә сығыр ваҡыттарын көттө. Улар тамашасыларға  вокал һәм хореография номинацияларында сағыу концерт номерҙары әҙерләп алып килгәйне. Һәр коллектив үҙенсәлекле сығыш яһауы, костюмдарҙың матурлығы менән айырылып торҙо. Ә кескәйҙәрҙең халыҡтар дуҫлығына арналған йыр, бейеүҙәре иһә күңелдәрҙә әйтеп бөтөргөһөҙ ғорурлыҡ хисе уятты. Фестиваль бәйгеселәрен район мәғариф бүлеге начальнигы Алһыу Салауат ҡыҙы Амакасова  етәкселегендә мәғариф бүлеге методистары  Г.Р.Хажиева, А.Р.Ҡаҙаҡҡолова, О.А.Баландина, мәғарифты цифрлаштырыу муниципаль үҙәге директоры Л.М.Хәбибуллина, «Беренселәр Хәрәкәте»нең урындағы бүлексә белгесе  Ж.А.Короткова, Балалар ижады йорто директоры И.В.Скопинова һәм  педагогы С.В.Проданова  составындағы жюри ағзалары ғәҙел баһаларға тырышты.


Сара йылы мөхиттә бик ойошҡанлы үтте.  Фестиваль һуңында   еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа миҙалдар менән билдәләнде.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас