

Кәңәшмәне асып, райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Галина Бегун йыйылыусыларҙы сәләмләне һәм участка һайлау комиссияһына индерелгән һәр ағзаны һайлау комиссияларының төп звеноһы булыуын билдәләне, сөнки уларға һайлауҙар үткән осорҙа халыҡ менән үҙ-ара эш итеүҙең яуаплы процесы һәм берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлау участкаларында тауыш биреүҙе ойоштороу йөкмәтелгән, тине ул. Шулай уҡ ағымдағы йылға бурыстарҙы билдәләне:
– һайлау процесында ҡатнашыусыларҙы уҡытыуҙы ойоштороу;
– йәш һәм буласаҡ һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү;
– һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн һайлауҙарҙың уңайлылығын яҡшыртыу;
– Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү.
Галина Васильевна осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың иғтибарын территориаль һайлау комиссияһының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге битләүен, телеграмм һәм МАХ мессенджерҙарын, шулай уҡ «Ауыл уттары», «Зилаирские огни» район гәзиттәрен һайлау комиссияһының көндәлек эшендә һәм һайлау кампаниялары ваҡытында әүҙем ҡулланыуға йүнәлтте.
Йылайыр мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәре Евгений Гордов йыйылыусыларға территориаль һайлау комиссияһы менән дә, участка һайлау комиссиялары менән дә мәғлүмәти үҙ-ара эш итеү планы тураһында ентекле һөйләне. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙы киләсәктә үтәсәк һайлауҙар тураһында мәғлүмәтлелеген арттырыу буйынса билдәләнгән сараларҙы ла әйтте.
Артабан участка һайлау комиссиялары рәйестәре өсөн теоретик уҡытыу циклы башланды. Комиссия секретары Ольга Варганова участка һайлау комиссияһында эштәрҙең ойошторолоуын ентекле аңлатты, шулай уҡ УИК рәйесе урынбаҫары һәм секретары вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатҡан осраҡта ултырыштар үткәреү тәртибен билдәләне.
Мәғлүмәт системалары администраторы Алексей Кравченко һайлаусылар исемлеген формалаштырыуға ентекле туҡталды. Ул комиссия рәйестәренең иғтибарын Рәсәй Федерацияһының «Һайлауҙар» дәүләт системаһының 2.0 версияһы даими эксплуатацияға индерелеүенә һәм бының һайлаусылар исемлеге менән эшләүгә нисек бәйле булыуына йүнәлтте. Семинар аҙағында участка һайлау комиссиялары рәйестәре фекер алышты һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Евгений ГОРДОВ фотолары.