

Йыл да ойошторолоп килгән «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә лә тик ошондай сифаттарға эйә булған мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Ошо көндәрҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тамаша залында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2026» төбәк-ара конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.
31-се тапҡыр ойошторолған республика конкурсында ҡатнашыусы, районыбыҙ намыҫын яҡлаусы Мөслим Әбсәләмов исемендәге Юлдыбай урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Земфира Марат ҡыҙы Кинйәбаева, барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, лайыҡлы рәүештә 2-се урын алды. «Иң яҡшы биш башҡорт теле һәм әҙәбиәте»уҡытыусыһы исемлегенә ингән талантлы педагогты еңеүе менән ҡотлайбыҙ!Уның профессионализмы, уҡытыуға инновацион ҡарашы һәм һәр уҡыусының йөрәгенә асҡыс табыу оҫталығы районда ғына түгел, республика кимәлендә юғары баһа алды. Беҙ ғорурланабыҙ һәм Земфира Марат ҡыҙына артабан да уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!