✅Тишеккә – тығын, йыртыҡҡа – ямау... Республика Башлығы киҫәткәс, бер аҙна эсендә 502 хәүефле люкты алмаштырып та ҡуйғандар.
✅Дошманға үс – һуғышсыға көс... Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы етәкселегенә пилотһыҙ осоу аппараты бәрелеп шартлаған өйҙө оҙаҡҡа һуҙмай тәртипкә килтерергә ҡушты.
✅Иренһәң – ауырырһың, тырышһаң – һауығырһың. 13 апрелдән республика райондарына “Сәләмәтлек поездары” ҡуҙғала.
✅Һыу һыуға ҡойор, һыу даръяға ҡойор. Көндәр матур торһа, Өфөлә 25 апрелдән фонтандар эшләй башлаясаҡ.
✅Таҙа орлоҡ таҙа иген үҫтерер. Муниципалитеттарға ҡала һәм ауылдарҙы, ҡыш касафатынан таҙартып, тәртипкә килтерергә ҡушылды.
✅Белемле кеше күккә ашыр. Башҡортостандың баш ҡалаһында 4,2 мең кешегә иҫәпләнгән кампусты йыл аҙағына төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр. Студенттар унда киләһе сентәбрҙә өй туйлаһа, маҡсатҡа ирештек, тиергә мөмкин.
✅Арыҫлан балаһы арыҫлан булыр. Радий Хәбиров "Сириус"та химия буйынса олимпиадала еңеү яулаған уҡыусыларға, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
✅Хужалы йортта бәрәкәт бар. Сауҙа министры Азат Асҡаров Мәскәүгә эшкә күсте, министр вазифаһын Константин Климин башҡарасаҡ. Әлегә тиклем ул Беларусь республикаһында Башҡортостан вәкиле булып торҙо.
✅Ил ҡулы тау күсерер. Сергей Кириенко Абхазия менән бәйләнештәрҙе көсәйткән өсөн Башҡортостанға рәхмәт белдерҙе.