Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
8 Апрель , 09:30

«Беҙ бер өйҙән» фестивале старт алды

Уҙған йома район мәҙәниәт йортонда ауыл биләмәләре араһында уҙғарылған «Беҙ бер өйҙән» тип аталған халыҡ ижады район фестиваль-конкурсының беренсе концерты уҙҙы.

Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә Ҡашҡар, Бәрҙәш һәм Дмитриевка ауыл биләмәләре һәүәҫкәрҙәре сыҡты. Тамашасылар хөкөмөнә сығарылған бай һәм ҙур концерт программаһы сығыштарҙың төрлөлөгө, таланттарҙың сағыулығы менән айырылып торҙо. Фойела ойошторолған ҡул эштәре күргәҙмәһе лә был ауыл биләмәләрендә ни тиклем матур күңелле, алтын ҡуллы халыҡ йәшәүен күҙ алдына баҫтырҙы.
Ысын мәғәнәһендә халыҡ таланттары йыйылған ине унда. Алдан шуны әйтеп үтеү зарур: таланттарҙы сәхнәгә әҙерләп сығарыуҙы үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр башҡарыуы концерт барышында бик асыҡ төҫмөрләнде. Ҡашҡар ауыл биләмәһе һәүәҫкәрҙәре сығыштарының төрлөлөгө һәм берҙәм булыуҙары менән һоҡландырһа, Бәрҙәш һәм Дмитриевка ауыл биләмәләренән килгән йырсылар һәм бейеүселәр үҙҙәренең милли колориты менән алдырҙы. Мәҫәлән, Бәрҙәш ауылының «Ивушка» ансамбле һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың рус, сыуаш телдәрендә моңло йырҙарын, Суйынсы-Супан ауылынан Лилиә Ғәбитова, Азалия Ғәлләмова, Зөлфиә Зәйнуллина, Светлана Сибәғәтуллинаның яңғыҙ сығыштарын, ҡашҡарҙарҙың дәртле, күмәк бейеүҙәрен, «Умырзая» халыҡ фольклор ансамбле, Зарифа Юламанова, Ғәлләм Юлгилдин башҡарыуында моңло йырҙарын, ҡурай моңдарын тамашасылар яратып тыңланы һәм ҡараны. Сөмбөл Көмөшбаева менән Ғиззәт Моталлапов башҡарған дуэт та бер кемде битараф ҡалдырманы. Ике сәғәткә яҡын барған матур тамаша бер тынала үтеп китте. Концерт һуңында район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Андрей Александрович Сухов шундай бай йөкмәткеле концерт әҙерләп күрһәткәндәре өсөн һәүәҫкәрҙәргә ихлас рәхмәтен белдерҙе, ғаилә бәхете, хеҙмәт уңыштары теләне.
Розалия Такалова.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас