Һәм шул бәхетен бәпләп, һаҡлап, ҡарауыллап ҡына йәшәне. Уның өсөн йәнен бирергә, ҡыйғыр бөркөттәй кемде лә өҙгөләп ташларға, кәрәк булһа әллә ниндәй ҡорбандарға барырға ла әҙер ине. Хатта бер ҡылығы менән күпкә иғтибар итмәҫкә күнеккән ирен дә аптыратты.
Ҡәйнәһе менән ниндәйҙер сәбәптән талашып киттеләр ҙә, Ғәлимә ныҡ ҡына үпкәләп, ҡайтып китергә булды һәм туҙынып йөрөп йыйынды. Уны өгөтләп-өгөтләп тә арыған ир, ҡул һелтәне. Шул саҡ ҡатын өлкән балаһын ғына кейендереп алды ла, сығыуға ыңғайланы. Бер ни аңламай илашҡан өс бәләкәсен, исмаһам, күҙгә лә элмәне.
– Һин нимә? Быларын ташлап китергә итәһеңме? – тип, ышана алмай торҙо Ислам, – Бәпәй имә лә инде!
– Ана, әсәң килһен дә имеҙһен. Мин үҙемә кәрәген алам!
– Ғәлимә! Ғәлимә, улай ярамай, – тип, инде ишеккә арҡыры торҙо ире, -- Тыныслан... Әсәй бында тормай, уның беҙҙә эше юҡ. Давай, сисен... Сисенегеҙ! Бер ҡайҙа ла бармайһың. Балалар ҡурҡты... йә-йә... бөттө...
Шул хәлдән һуң ҡатынының үҙенә лә, унан тыуған балаларға ла әсәгә һәм ҡатынға тейеш булғанса бәйләнмәгәнен төшөндө Ислам. Әгәр шундай һайлау торһа, Ғәлимә һис уйлап тормаҫтан улының яғын аласаҡ. Оҙаҡ әсенеп йөрөнө ир: шулай уҡ та теге ирҙе ныҡ яратты микән ни?.. Һаман онотмаймы?.. Ул ниндәй шауҡымлы мөхәббәт һуң ул?..
Рәмил менән Йәмилдең йәш араһы ете йыл. Улар үҙҙәренең бер атанан түгеллеген белмәй. Улар түгел апайҙары ла хәбәрҙар түгел ине әле, бер хәл сәбәпсе булды.
Ислам ике улы менән һарай ҡыйығын алмаштыра ине. Рәмилде өҫкә мендерҙе, Йәмилде таҡтаның бер осонан тотошоп килеүгә аҫта ҡалдырҙы. Түбәндән ябыуҙарҙы алып биреүгә быларҙың көсө етеңкерәмәй әле. Рәмил, армия йәшенә еткән булһа ла, көс ултырмаған. Бындай ауыр ҡара эшкә лә күнекмәгән. Ә Йәмил, әрһеҙ булыуы менәнме – бәләкәйерәк.
Малайҙар эштән уйын яһап ҡоторошто, ҡыйыҡ осонда ултырған Рәмил ҡулындағы сүкешен үргә сойорғотоп ҡустыһына фокус күрһәтеп аҙапланды. Ислам уға әленән-әле иҫкәртеү яһаны, әммә тегеһе ҡолағына элмәне. Урам яғынан үтеп барған бер төркөм ҡыҙҙарҙың сырҡылдашып уны күҙәтеүе лә дәрт өҫтәне, ахыры, һәм сойорғотҡан сүкешен тотам тип ситкә нығыраҡ ынтылды ла... мәтәләп килде лә төштө. “Лып” итеп кенә ҡалды ҡаҡ ергә. Аҫтағылар аңғармай ҙа ҡалды.
Аҙыраҡ иҫе инәле-сығалы булып һеңгәҙәп ятты Рәмил. Атаһы уның яурынын ҡармап ҡалҡытып маташты:
– Улым?.. Рәмил! Нисекһең? Берәй ерең ауыртамы?
Егет “юҡ” тигәнде белдереп башын сайҡай ҙа, йоҡлап китергә теләгәндәй күҙен йома. Тырышып күҙ ҡабаҡтарын аса, тик улар ҡабаттан ҡушыла. Тап шул саҡ өйҙән Ғәлимә атылып килеп сығып, сүкәйеп ултырған Исламды яурынынан йән көсөнә этәреп ебәрә лә, улына эйелә:
– Улым!! Балам... Ни эшләттеләр һине, балаҡайым?..
Унан аптырап ҡалған ире менән кинйәһенә йәш тулған уҫал ҡарашын күтәрә:
--Юрамал өҫкә мендерҙегеҙме?.. Ҡолап төшһөн тинегеҙме? Минең улымдың башына етмәксе булдығыҙмы?! Нигә үҙ балаңды осҡа ҡуйманың? Минеке йәл түгелме?!!
Йәмил аңлап етмәһә лә, Ислам, ныҡ рәнйеп, тороп уҡ китте. Эре-эре баҫып сығып китте лә, ауыл фельдшерын эйәртеп ҡайтып инде. Ярҙам килгәндә Рәмил инде тороп ултырғайны.
– Башы әйләнә... Танауы ҡананы бына... – тип теҙҙе Ғәлимә илаулап.
Фельдшер егетте баҫтырып ҡуйҙы, умыртҡа һөйәген, аяҡ-ҡулдарын тикшерҙе, быялаһы менән күҙ алмаларын ҡараны, эйелтеп-иңкәйтеп алды һәм артыҡ зыян күрмәгән, ятып торғанда башы ла үтеп китәр, тип ҡуйҙы. Өйгә лә ауырыу үҙе инеп ятты. Ә өйҙә дауыл ҡупты.
– Һин минең улымды яратмайһың! Уны артыҡ күрәһең, һәр ваҡыт нимәгәлер тотонорға ғына тораһың! – тип ярһыны әсә.
– Ғәлимә, аҡылыңа кил! Ауыҙың нимә һөйләгәнен ҡолағың ишетәме? – тип ире уны баҫырға тырышты. Әммә ҡатын алйыр хәлгә еткәйне:
– Ғүмер буйы шуны яратмағаныңды һиҙеп йөрөйөм! Шуны тартмағаныңды!
– Ундайҙы һин үҙең уйлап сығараһың. Егет булып бөткән нәмәне себен-серәкәйҙән дә аралап йәшәтәһең. Етәр инде!
Ата-әсәһенең ирешкәнен тыңлап ятҡан Рәмил, сыҙамай түрбашҡа килеп сыҡты:
– Нимә һөйләйһең ул, әсәй? Ни эшләп мин һинең генә... улың?
Атаһы уға төп яҡ ишегенә күрһәтте:
– Рәмил! Бар ин, юҡҡа иғтибар итмә.
Тик Ғәлимә сарылдап ҡаршы төштө:
--Белһен! Һөймәгәндәргә һөйкәлеп йөрөмәһен һаман. Белһен кемдән һаҡланырға икәнде.
Ислам тамам көйөп, ҡул һелтәне лә сығып китте. Ә ҡатын улын килеп ҡосаҡларға итте, тик тегенеһе уның ҡулдарын яурынынан алып ташланы:
– Әйт! Нимә тинең һин атайға?
Ғәлимә улының был тупаҫ ҡылығынан аҙыраҡ иҫенә килгәндәй булды, ҡаушаңҡыраны:
– Улы-ым...
– Әсәй... Хәҙер үк...әйт, -- тип дәшһәтле шыбырланы Рәмил. Бөтөн был хәлгә шәһит булып торған Йәмил ҡурҡып мейескә һыйынды. Әсәһе менән ағаһы араһындағы асыҡлауҙар уның өсөн бығаса күрелмәгән ауыр күренеш ине.
Ғәлимә, инде артҡа сигенер, әйтелгәндәрҙе кире алыр әмәл юҡлығын аңлағас, устарын күкрәгенә ҡаушарып башланы:
– Улым... Рәмил. Һинең атайың башҡа... Һин минеке генә, аңлайһыңмы? Һине мин...
– Әсәй!..
– Ысын, улым... Ысынды әйтәм... Һин минеке...
– Кем? – егеттең күҙҙәре уҫал баҙланы.
– Нисек... кем?
– Атайым кем?
Ғәлимә, улының атаһын эҙләп алып киткәндәй, ян-яғына ҡаранды:
– Ул... Ул сит яҡ кешеһе ине...
– Ни эшләп... ул һине... мине алманы?
– Улым... шулай килеп сыҡты... Уның ғаиләһе бар ине.
Шул саҡ Рәмил әсәһен этә төртөп тышҡа ташланды. Ғәлимә ана тотам, бына тотам тип артынан йомолдо. Егет тышта ла туҡтамай, арт ҡапҡа яғына йүгерҙе лә, бер аҙҙан түбәһе картуф баҡсаһында күренеп ҡалып, бер аҙҙан баҡса аръяғындағы ереклеккә инеп тә китте.
– Туҡтат! Нишләп туҡтатманың? – тип ҡысҡырҙы ҡатын утынлыҡ бүкәнендә ҡулдарын һәлендереп ултырған иренә. Тегеһе өндәшмәне. Тағы нимәләрҙер тип сарылданы-сарылданы ла, тауышы ла, хәле лә бөтөп, һикәлтәгә ултырып буҙларға кереште Ғәлимә. Уның артынан сыҡҡан ике ҡыҙ һәм бер малай шаңҡышып артта баҫып тора бирҙе...
Рәмил уҡыманы. Армияға барып килде лә, нимә менән шөғөлләнергә белмәй ары-бире һуғылды. Төбәп кенә эшкә лә төшмәне. Был хаҡта Ислам һүҙ ҡуҙғатып, кәңәш итеп ҡарағайны ла, һаман ҡатыны ҡыҫылды. Егет кис клубҡа сығып китеп, ярты төн йөрөп ҡайтты ла, төшкә тиклем йоҡланы. Ә инде уның бесәйҙеке шикелле татлы йоҡоһон әсәһе дүрт күҙ менән һаҡланы. Йәмилен, ишекте ҡаты япҡаны өсөн дә ҡаш һындырып, бармаҡ янап шелтәләне. “Ағайың йоҡлай, шаулама, бар тышта йөрө, эшең юҡмы урамда” тип шыбырланы.
Шундай бер төрлө көндәрҙең йәйге иртәһендә Ғәлимәләрҙең урамына ауылдаштары килеп тулды. Ирле-ҡатынлы оло ғына пар, уларҙың ир ҡорондағы ике улы һәм силсәүиттән торған төркөмдө аптырап ҡаршыланы кәртә-ҡура араһында мәшәҡәтләнеп йөрөгән ғаилә.
Оло ир алға сыҡты:
– Ислам ҡусты, ҡайҙа һинең теге йүнһеҙ малай?
Ислам ҡатынына ҡарап алды:
– Йоҡлай...
Ғәлимә тертләп китте:
– Һеҙгә ул нигә әле?
Яуап быларҙы шаҡ ҡатырҙы:
– Кисә төндә ул шаҡшығыҙ минең ҡыҙҙың артынан эйәреп килеп... бәйләнгән. Ярай әле ағаһы ишетеп ҡалып...өлгөргән. Сығарығыҙ! Баҫһын алдыма!
Уға уландары ҡушылды:
– Сыҡһын ир булһа!
– Томшоғон онтайым хәҙер!
– Кисә ҡуян һымаҡ ҡасып ҡотолдо... хайуан...
Ата менән әсә таралып төштө. Шулай ҙа Ғәлимә ҡаршы торҙо:
– Юҡты һөйләмәгеҙ! Ул ниндәй тиктомалдан яла яғыу?
Араға силсәүит торҙо:
– Ғәлимә, сыҡһын улын, яуап бирһен. Ҡыҙға ысынлап бәйләнгән... ҡулдарын шаҡарып... күлдәген йыртып бөткән... Был уйын эш түгел.
Шул ваҡыт Исламдың сабырлығы һынды. Ул елләнеп өйгә инеп китте лә, Ғәлимәнең йоҙороҡлап арҡаһын төйөүенә лә ҡарамай, Рәмилде төрөсиксән көйө елтерәтеп алып сығып ҡуйҙы:
– Ни эшләнең төндә? Әйт!
– Теймә! Теймә минең улыма! Һатлыҡйән! – тип ҡысҡырҙы ҡатыны, әммә уны ишетеүсе юҡ.
– Яуап бир! – тип талап итте атай кеше.
Ҡаршыһындағыларҙы күреп бөтөнләй ҡойолоп төштө егет, хатта сүгәләй яҙҙы, уны Исламдың көслө ҡулы ғына тотоп ҡалды.
– М-мин... Бер нәмә лә эшләмәнем... Шаярттым ғына... Шая...
Оло ир етеп килде:
– Эт балаһы! Атаң-әсәң өйрәтмәгәнде һеңдерәм хәҙер! – ҡулына ҡамсы ла тотоп килгән булып, һыҙыра тартып та ебәрҙе. Ғәлимә улын ҡапланы:
– Милиция! Милиция ҡайҙа! Ҡарауы-ыл! Үлтерәләр!
– Ә-ә! Милиция кәрәкме? Хәҙер саҡырабыҙ! Шәһиттәр бар! Нисә йылға киткең килә?
Шул ваҡыт Ғәлимә ирҙең аяҡ аҫтына ҡоланы:
– Зинһар! Зинһар кисерегеҙ?.. Ағай?.. Апай...
Ирҙең ҡатыны ла телгә килде:
Ғәлимә килен, улың ысынлап ныҡ яман ҡылыҡ ҡылған. Минең ҡыҙҙы дауна баҫтыра тип ишеттем. Балам менән серләшәм бит, барыһын һөйләй миңә. Һинең Рәмилеңде оҡшатмайым тей, ҡарамаған уға. Мына хәҙер үс алырға булған бының. Клубтан эйәреп килгән дә, йылға буйына һөйрәп әпкиткән. Ауыҙын ҡаплаған... Ярай балаҡай ысҡынып ҡысҡырып өлгөргән.