Новости
13 Апреля , 06:39

Һуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булды

Быйыл ул бер көнгә һуңыраҡ була.

Һуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булдыҺуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булды
Һуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булды

26 майҙа  һуңғы ҡыңғырау яңғырай.

«Башҡортостан Мәғариф министрлығының «2025-2026 уҡыу йылында сығарылыш кисәләренең берҙәм даталары тураһында» хатын иғтибарға алып, 2026 йылдың 26 майында 11-се класты тамамлаусылар өсөн уҡыу йылының тамамланыуына арналған «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын ойошторорға һәм үткәрергә ҡарар итәм», — тиелә «Башинформ»дың ҡарамағындағы документта.

Яуаплы кешеләргә һәм ведомстволарға «Һуңғы ҡыңғырау» үткәргәндә уҡыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоу факттарына юл ҡуймау буйынса саралар күрергә тәҡдим ителде.

Ә инде 1 июндән 9-сы һәм 11-се кластарҙы төп дәүләт имтиханы һәм берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра башлай.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-04-09/nazvana-data-poslednego-zvonka-v-shkolah-ufy-4646036

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас