Новости
17 Апреля , 09:47

Башҡорт еләне: йолалар, образдар, мәғәнәләр

Өфөлә археология һәм этнография музейында "Башҡорт еләне: йолалар, образдар, мәғәнәләр" күргәҙмәһе асылды.

Экспозиция тәүге тапҡыр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең төп элементтарының береһен күрһәтә. Күргәҙмәгә килеүселәр иғтибарына боронғо еләндәр, шул иҫәптән 2024 йылда Ейәнсура районында экспедиция барышында табылған үҙенсәлекле елән тәҡдим ителә.

Елән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар кейеменең сағыу элементы ғына түгел, ә башҡорттарҙың этник мәҙәниәте төрлөлөгөн, икенсе халыҡтар менән этномәҙәни бәйләнешен кәүҙәләндерә. Шул уҡ ваҡытта, күп йылдар дауамында үҙенең үҙенсәлеген һаҡлап ҡалған. Уның аша башҡорттарҙың донъяға ҡарашы, йолалары, көн-күреше сағыла. Орнаменттар, тәңкәләр һәм еләндә сигелгән биҙәлештәргә ҡарап төбәктең төрлө райондарының айырмалыҡтарын һәм үҙенсәлектәрен күрергә мөмкин. Күргәҙмә үҙәгендә урынлашҡан елән Ейәнсура районынан Шәмсинур Зыянбердинаныҡы. Ғаилә ҡомартҡыһының тарихы 19-сы быуаттан башлана. Ул нәҫелдән-нәҫелгә ғаиләләге ҡатын-ҡыҙҙаға тапшырыла. Этнографтар уны экспедиция ваҡытында осраҡлы таба һәм уникаль еләнде күргәҙмәгә ҡуйыу өсөн хужабикә менән килешеүгә килә.

Бындай елән бай ҡатын-ҡыҙҙарҙа ғына булған. Ҡиммәтле туҡымалар, тәңкәләр, биҙәүестәр һәм хатта аҫыл таштар кешенең хәллелек күрһәткесенә әйләнгән. Һәр райондың үҙенсәлекле айырмалары ла булған.Биҙәү ысулдары буйынса еләндер тубендәге төрҙәргә бүленгән: уҡалы елэн, тәңкәле, көмбәҙле һәм соғалы елән. Сигелгән ҡояш әйләнеше йәки ҡара туҡымаға тегелгән йондоҙҙар космологик мәғәнәгә эйә булған. Еләнде көндәлек тормошта ла, байрамдарҙа ла кейгәндәр. Өфөләге археология һәм этнография музейында күргәҙмә 1 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас