Тәмле, туҡлыҡлы һәм файҙалы: Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы системаһы нисек үҙгәртеп ҡоролдо
Беҙҙең балаларҙың һаулығы – дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше, ата-әсәләрҙең төп бурысы. Бала һау-сәләмәт булһын өсөн уның сифатлы, хәүефһеҙ һәм баланслы туҡланыуын хәстәрләргә кәрәк.
Биш-алты йыл элек кенә мәктәптә туҡланыу күпселек ата-әсә өсөн бик ауыр тема ине. Киҫкен мәсьәләләр ата-әсәләр йыйылыштарында күтәрелде, унда етәкселәр, йәмәғәт туҡланыуы вәкилдәре, медицина белгестәре саҡырылды. Ашханала ризыҡ тәмле булһа, балалар ашар ине, тине ата-әсәләр. Хәҙер беҙ уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең мәктәп туҡланыуына мөнәсәбәтенең үҙгәреүен күрәбеҙ. Республика етәкселеге тырышлығы менән мәктәптәрҙә аш-һыуҙың сифаты яҡшырҙы, ә ялыуҙар һаны һиҙелерлек кәмене.
Республика властары мәсьәләне хәл итеүгә системалы ҡараш булдырҙы. Һөҙөмтәлә республиканың партнерҙарына әүерелгән ышаныслы туҡланыу операторҙары баҙарҙа нығынды.
III Республика төбәк туҡланыу операторҙары форумында Башҡортостан Башлығы белем биреү учреждениеларында сифатлы туҡланыуҙың әһәмиәтен билдәләне.
– Социаль туҡланыу – күп ваҡытын мәктәптә үткәргән балаларыбыҙ һаулығының мөһим өлөшө, – тине Радий Хәбиров. – Был өлкәлә эшләүселәр ҙур миссия башҡара, дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө бурыстарының береһен хәл итә.
Башҡортостанда бөтәһе 3,7 мең балалар баҡсаһы һәм мәктәп эшләй, уларға 700 меңдән ашыу бала йөрөй. 2019 йылдан төбәктә заманса балалар туҡланыу системаһын төҙөү эше башланды. Был эштә республиканың Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы әүҙем ҡатнашты. Уға ингән ойошмалар балаларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итә.
2020 йылда Башҡортостан Рәсәйҙә 1-4-се класс уҡыусыларын бушлай ашатыу ойошторолған тәүге төбәктәрҙең береһе булды. Бынан тыш, республикала уҡыусылар өсөн диетик меню индерелде, махсус рациондар әҙерләнде. Ә былтырҙан алып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла бушлай ашай.
– Мин мәктәптәге төшкө аштың ҡайһы берҙә балалар өсөн сифатлы ҡайнар аш алыуҙың берҙән-бер мөмкинлеге булыуы хаҡында бер нисә тапҡыр әйткәйнем. Шуға күрә беҙ ошо темаға ҙур иғтибар бүләбеҙ, – тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. – Һуңғы йылдарҙа компетентлы операторҙарҙы, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүселәрҙе ҡаты талаптар буйынса һайлап алдыҡ. Бөгөн дә был процестың бөтә стадияларын ныҡлы контролдә тотабыҙ.
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, республикала урындағы етештереүселәр, шул иҫәптән ауыл хужалығы кооперативтары менән тығыҙ эш алып барыла. Был 2019 йылдан балалар рационында урындағы продукцияның өлөшөн 52 проценттан 76 процентҡа тиклем арттырырға мөмкинлек бирҙе. Мәктәп ашханаларында аш-һыуҙың сифатына ла ялыуҙар кәмене.
– Беҙ һеҙҙең менән алға табан ҙур аҙым яһаныҡ һәм шуның менән ғорурлана алабыҙ. Дөйөм алғанда, балаларыбыҙҙы яҡшы ашатыуҙы яйға һалдыҡ. Аҙыҡ-түлек блоктарында тәртип урынлаштырҙыҡ, яңы һауыт-һаба һатып алдыҡ, менюҙы төрләндерҙек. Социаль туҡланыу операторҙарының яҡшы пулы ла барлыҡҡа килде. Ошо эш һөҙөмтәһендә беҙҙең мәктәп ашханалары даими рәүештә Рәсәйҙә иң яҡшылары тип таныла, – тине республика етәксеһе. – Шул рәүешле беҙ был өлкәне тотороҡландырыу этабын үттек. Хәҙер артабан да алға барыу өсөн күмәкләп нимә эшләй алыуыбыҙ хаҡында уйлашайыҡ.
Һуңғы алты йылда Туҡланыу операторҙары ассоциацияһы 14 етештереү майҙансығы төҙөгән. Сығарылған продукция балалар туҡланыуы өсөн дәүләт теркәүенә эйә. 2019 йылдан туҡланыу операторҙары етештереү ҡеүәттәренә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса һалған.
Шишмәлә «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Компания үҙенең эшен 2017 йылда Башҡортостандың белем биреү учреждениеларында ҡайнар аш менән тәьмин итеүҙе ойошторусы булып башланы. 2020 йылдан эшмәкәрлек йүнәлештәре үҙгәртелде, шәхси производствоға инвестициялар йәлеп итеү башланды.
Башҡортостандың Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы рәйесе, республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина һөйләүенсә, хәҙер ассортиментта 90-дан ашыу позиция. Ит һәм балыҡ ярымфабрикаттары, кулинария, десерттар һәм һаулыҡтары яғынан үҙенсәлекле балалар һәм өлкәндәр өсөн махсус ризыҡтар. Предприятие балалар һәм диетик туҡланыу бренды аҫтында аҙыҡ-түлек сығарыу өҫтөндә әүҙем эшләй.
Компанияның продукцияһы республиканың 720 белем биреү учреждениеһына оҙатыла. Продукцияны балалар һәм диетик туҡланыу маркаһы аҫтында сауҙа селтәрҙәренә һәм маркетплейстар аша һатыу мәсьәләләре өйрәнелә, әлеге көндә маркетплейстарҙа ике төрлө печенье һатыла.
Компанияны ойоштороусы Рәмил Ғәлиуллин әйтеүенсә, 2030 йылға тиклем ошо проектҡа инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 965 миллион һум күләмендә планлаштырыла. Яңы завод өсөн производство майҙандары, яңы ҡорамалдар һәм автотранспорт һатып алынған. Яңы производствоның ҡеүәте айына 850 тоннаға яҡын продукция тәшкил итәсәк.
Республика етәксеһе заводтың производство цехтарын ҡарап сыҡҡандан һуң «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә биш-алты йыл элек күпселек ата-әсәне мәктәп туҡланыуы темаһы борсоуы хаҡында һөйләне.
«Был өлкәлә тәртип юҡ ине. 100-ҙән ашыу мәктәп туҡланыуы операторы иҫәпләнде. Улар төрлө ойошмалар ине. Ялыуҙар күбәйҙе, балалар тәмһеҙ ризыҡты ашарға теләмәне, аҙыҡ-түлек блоктары базаһы үҫешмәне. Шуға күрә бер нисә йыл дауамында мәктәптә туҡланыу темаһы иғтибар үҙәгендә торҙо.
Был осорҙа туҡланыу баланың физик үҫешенә ныҡ йоғонто яһай. Асыҡтан-асыҡ әйтәм, ҡайһы бер балалар өсөн мәктәптә генә ҡайнар аш алыу мөмкинлеге бар. Бөтә ғаиләләр ҙә һәйбәт түгел.
Хәҙер беҙ ҡаты контроль системаһын яйға һалдыҡ, шуның менән генә шөғөлләнгән учреждение булдырҙыҡ, ошо хәлде контролдә тотоу өсөн ата-әсәләрҙе йәлеп иттек, сөнки беҙ ялыуҙарға ныҡ иғтибар итәбеҙ. 2025 йылда беҙ 700 мең баланы ашаттыҡ, беләһегеҙме, мәктәптә туҡланыуға ҡырҡ алты ғына ялыу килде.
Шуны әйткем килә: мәктәпте ашатыусылар – ҡыйыу кешеләр, сөнки, күҙ алдына килтерәһегеҙме, бер хата һәм балаларҙы ағыуларға мөмкин, Хоҙай ҡушмаһын», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика Башлығы бөгөн уҡыусылар өсөн тәмле, сифатлы аш-һыу әҙерләргә өйрәнеүҙәре хаҡында һөйләне.
«Бөгөн ҙур предприятие эш башланы. Предприятиеның ғәйәт ҙур әйләнеше – иҡтисадтың ҙур өлөшө ул. Хәтерләйһегеҙме, балаларҙың өҫтәлендә Башҡортостан продукцияһы булһын өсөн күп көс һалдыҡ. Бик ҡатмарлы бурыс булһа ла, балалар республикала үҫтерелгән һәм етештерелгән сифатлы продукция алһын өсөн тырышырға тейешбеҙ. Әйткәндәй, был файҙалыраҡ та», – тине Радий Хәбиров.