Ауыл уттары
+12 °С
Дождь
Новости
29 Апреля , 03:40

Башҡортостан янғын хәүефе миҙгеленә әҙер тип танылды

Ағымдағы йылда был маҡсатҡа 91 миллион һум самаһы аҡса йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта ете берәмек махсус техника һатып алынған, улар республикаға майҙың тәүге көндәрендә килеп етәсәк.

“Рослесхоз”дың тикшереү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан янғын хәүефе миҙгеленә әҙер тип танылды. “Экология именлеге” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә техник базаны яңыртыу әҙерлектең мөһим өлөшө булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығында.

Ағымдағы йылда был маҡсатҡа 91 миллион һум самаһы аҡса йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта ете берәмек махсус техника һатып алынған, улар республикаға майҙың тәүге көндәрендә килеп етәсәк. Бынан тыш, “Урман һаҡсыһы” системаһын көсәйтеү буйынса эш алып барыла — тағы ла 35 видеокүҙәтеү камераһын ҡуйыу планлаштырыла.

Көстәр һәм саралар төркөмө 12,3 мең кеше һәм 3,5 мең берәмек техника тәшкил итә. Минераллаштырылған һыҙаттар булдырыу һәм яңыртыу буйынса эштәр әүҙем фазаға инде — ағымдағы миҙгелдә 11 мең километрҙан ашыу ошондай һаҡлағыс кәртәләр һалыу планлаштырыла.

– Параллель рәүештә халыҡ менән күләмле иҫкәртеү эштәре алып барыла, сөнки кеше факторы янғындарҙың төп сәбәбе булып ҡала. “Утты туҡтат!” кампанияһы сиктәрендә граждандарҙың 2,5 меңдән ашыу лекцияһы һәм йыйылышы үткәрелде, 23 мең мәғлүмәт иҫтәлеге таратылды. Район хакимиәттәре менән берлектә һәр кешегә урманда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен еткереү өсөн барлыҡ ресурстарҙы, шул иҫәптән тышҡы рекламаны һәм киң мәғлүмәт сараларын йәлеп итәсәкбеҙ, — тип хәбәр итте Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

“Росгидромет”тың майҙан сентябргә тиклемге осорҙа янғын хәүефенең юғары кимәле тураһындағы фараздарын иҫәпкә алып, эш иҫкәртеү сараларына һәм янғындарҙы иртә асыҡлауға йүнәлтелгән. Мониторинг күп кимәлле система буйынса башҡарыла: был 4,1 миллион гектар майҙанда авиация патруле, “ИСДМ-Рослесхоз” системаһының йыһан мониторингы, шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын әүҙем ҡулланып ер өҫтөндә патруллек итеү. Өҫтәмә контролде “Урман һаҡсыһы” системаһының 22 видеокамераһы тәьмин итә.

Республика өсөн 2026 йылға урман янғындары майҙанының рөхсәт ителгән сикке күрһәткесе 3147 гектар тип билдәләнгән. Урмансыларҙың бурысы – сифатлы иҫкәртеү эше һәм бөтә ведомстволарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе иҫәбенә урмандарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү һәм билдәләнгән күрһәткестән артыуға юл ҡуймау.

“Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә, кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итә. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас