

Иҫәпләү осоро — ғариза биргәнгә тиклем бер айҙан алда 12 ай.
Алимент өлөштәре нисек иҫәпләнә — Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлатты:
бер балаға — ¼ уртаса айлыҡ номиналь эш хаҡы (25%), ике балаға — ⅓ (яҡынса 33,3%), өс һәм унан күберәк балаға — ½ (50%).
Мәғлүмәттәр Росстат отчеттарынан алына. Мәҫәлән, әгәр 2025 йылда төбәктә уртаса айлыҡ эш хаҡы 70 мең һум тәшкил итһә, пособиены иҫәпләгәндә тап ошо мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә аласаҡтар.
Шулай итеп, пособие өсөн ҡағиҙәләр буйынса «дөрөҫ» сумманы иҫәпләйҙәр, хатта ғәмәлдә күберәк йәки әҙерәк түләһәләр ҙә.
Әгәр алименттарҙы телдән килешеү буйынса ғына түләһәләр (суд, бойороҡ йәки нотариаль килешеүһеҙ), был да иҫәпкә алынмай. Социаль фонд үҙе яңы ҡағиҙәләр буйынса күпме алимент булырға тейешлеген иҫәпләй һәм был сумманы ғаилә килеменә өҫтәй.
Үҙгәрештәр ҡасан ҡулланылмай? Ҡағиҙә суд ҡарары йәки алимент түләү тураһында бойороҡ булмағанда ғына эшләй. Әгәр суд ҡарары булһа, ғәмәлдә түләнгән суммаларҙы иҫәпкә алалар. Әгәр алимент түләтеү тураһында эш приставтарға тапшырылһа, Социаль фонд мәғлүмәттәрҙе автоматик рәүештә аласаҡ.
Өҫтәмә һорауҙарҙы 8 (800) 1 000 00 1 телефоны буйынса бирергә мөмкин
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан