Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрҙе. Ул йәйге сәләмәтлекте нығытыу кампанияһына туҡталып төп мәсьәлә именлек тәьмин итеү тине. Быйыл кампанияға 40 мең ойошма йәлеп ителә. Йәғни, 6 миллион бала һаулығын нығытасаҡ. Дмитрий Чернышенко төбәк етәкселәрен уларҙың ялын тейешле кимәлдә ойошторорға ҡушты.
Тағы ла бер төп бурыс - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, сик буйындағы төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең, ғәҙәттән тыш хәл биләмәһендә ҡалыусыларҙың балаларының ялын мөмкин тиклем яҡшы итеп ойоштороу. Балалар лагерҙарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 228 мең балаһы, яңынан ҡушылған субьекттарҙан 50 мең бала ял итәсәк. Белгород өлкәһенән 16 мең баланың йәйге ялын ойоштороуға федераль бюджеттан аҡса бүлергә ҡарар ителгән.
Башҡортостанда быйыл йәй 1 мең 940 лагерь эшләйәсәк, уларҙа 200 мең бала, шул иҫәптән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 600 бала ял итәсәк. Дөйөм алғанда, республикала төрлө формалар ҡулланып 443 мең баланың ялын ойоштороу ҡарала. "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә республикала 53 мәғариф учреждениеһына капиталь ремонт яһаласаҡ. Киләһе йыл биш мәктәп яңыртылғандан һуң үҙ ишектәрен асасаҡ.
Кәңәшмәлә шулай уҡ дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек тураһында ла һүҙ барҙы. Ул быйыл 1-се июндә башлана. Берҙәм дәүләт имтиханына 700 меңдән ашыу кеше теркәлгән. 8, 9 июлдә уны тапшырыу өсөн өҫтәмә көндәр билдәләнгән. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын 17 мең 698 кеше тапшырасаҡ.