

– Тлиф Ғилман улы, һеҙ был проект башланғандан алып уның өҫтөндә эшләйһегеҙ. Уның төп мәғәнәһе нимәлә, һәм ул районда умартасылыҡты үҫтереүгә нисек йоғонто яһаясаҡ?
– Һуңғы йылдарҙа Волга буйы һәм Урал территорияларына, шул иҫәптән беҙҙең районға ла төрлө төбәктәрҙән күпләп бал ҡорттары килтерелә башланы. Күп осраҡта улар беҙҙең климатҡа яраҡлашмаған, ветеринария контролен үтмәгән тип иҫәпләнә. Шул рәүешле үҙебеҙҙең ҡорттарға ҙур зыян килтерелде. Районыбыҙҙа умарта тотоусы яҡташтарыбыҙға был хәл бик ҙур мәшәҡәттәр һәм нигеҙле борсолоуҙар тыуҙыра. Нәҡ ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уйланылған да инде был проект. Хәҙер Яңы Александровка (Байғол) ауылында урынлашҡан тоҡомло умарталыҡтан (фотоларҙа) 25 километр радиуста бөтөнләй ҙә башҡа ҡорттар индереү тыйылды. Был умартасылыҡ тураһындағы закондың «Тоҡомло ҡорттар үрсетеү, тоҡомло умартасылыҡ продукцияһын етештереү һәм ҡулланыу өлкәһендәге мөнәсәбәттәр» Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән көйләнә.
– Райондың умартасыларына бал пакеттарын тап ошо хужалыҡтан һатып алырға тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, был хужалыҡ Рәсәй умартасылыҡ хужалыҡтары реестрына индерелгән, был уның продукцияһына һорауҙы арттыра, илдәге төрлө төбәктәрҙән заявкалар килә. Шулай уҡ был эш урта рус һәм башҡорт тоҡомло бал ҡорттары популяцияһын һаҡлауға һәм арттырыуға йүнәлтелгән. Беҙҙең районда тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлау проценты республикала иң юғары, был һанды һаҡларға кәрәк.
– Дөйөм алғанда, бөгөн беҙҙең районда умартасылыҡ тармағында эштәр нисек бара?
– Бөгөн беҙҙең район хужалыҡтарында бал ҡорто үрсетеү менән шөғөлләнгән бөтәһе 110 умарталыҡ бар. Уларҙа 3390 бал ҡорттары ғаиләһе тотола. Хәтерләүебеҙсә, дүрт йыл элек урманды ҡарышлауыҡтан эшкәртеү арҡаһында беҙҙең умартасылар ҙур юғалтыуҙар кисерҙе – яҡынса 300 бал ҡорттары ғаиләһе һәләк булды һәм меңдән ашыуы төрлө дәрәжәлә зыян күрҙе. Төбәк хөкүмәте субсидиялар бүлде һәм 2025 йылға был ваҡиғаның эҙемтәләре бөтөрөлдө.
Умартасылыҡта «территорияның бал потенциалы» тигән баһалау категорияһы бар. Ул күп параметрҙар буйынса билдәләнә, ләкин дөйөм алғанда – тәбиғәткә зыян килтермәйенсә, ниндәй территориянан күпме бал алырға мөмкин икәнлеген күрһәтә. Беҙҙә ул 2239 тонна бал тәшкил итә, һәм был район территорияһында 17 мең бал ҡорттары ғаиләһе тоторға мөмкин тигәнде аңлата. Ошо һөҙөмтәләргә ынтылырға кәрәк, сөнки бал ҡорттары – ул тик бал ғына түгел, ә бөтә экосистемаға ыңғай йоғонто яһаусы уникаль бөжәк. Ә инде тоҡомло репродукторҙы булдырыу быға бөтә яҡлап булышлыҡ итәсәк һәм белгестәр баһалауы буйынса, һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәйәсәк. Файҙа беҙҙең районға ла, бөтә республикаға ла, башҡа төбәктәргә лә буласаҡ.
Евгений Гордов әңгәмәләште.
Фото район ауыл хужалығы идаралығы архивынан.