+24 °С
Облачно
Республикала 11-се майҙан 17-нә тиклем «сәләмәтлек поездары» эшләй.
Был юлы табиптар Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Дыуан һәм Учалы райондарына юллана. Алыҫтараҡ урынлашҡан ауылдарҙың халҡы табиптар менән бушлай кәңәшләшә, һаулығын тикшертә ала. Сәләмәтлек поездарына алдан яҙылыу юҡ, сират буйынса ҡабул итәләр. Үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалауы полисын алырға кәрәк. Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.