Уҙған йылда Өфөлә ҡуртымға алыу хеҙмәте менән 800 меңдән ашыу кеше файҙаланған. Ҡайһы берәүҙәр өсөн электр самокат уңайлы транспорт сараһы, ә бына башҡалар өсөн хәүеф тыуҙыра. Ошо хаҡта Закир Шәрипв репортажы.
Һары электр самокаттар Өфө ҡалаһының айырылғыһыҙ бер өлөшө тип әйтергә булалыр. Улар халыҡтың иғтибарын йәлеп итә һәм эшһеҙ тормай тиерлек. Баш ҡалала был ике тәгәрмәсле транспортты үҙ итеүселәр бихисап. Уҙған йылда ҡуртым хеҙмәте менән республика баш ҡалаһында 800 меңдән ашыу кеше файҙаланған.
Был транспорт сараһы менән тығындарҙы һәм светофорҙарҙы тиҙ урап үтергә мөмкин, әммә бындай өҫтөнлөктәре булыуына ҡарамаҫтан электр-самокаттар водителдәр һәм тирә-яҡтағылар өсөн хәүеф тыуҙыра. Йәйәүлеләрҙең именлеген тәьмин итеү йәһәтенән Өфө халҡы хатта электр самокаттарға уҡытырға һәм махсус танытма тапшырыу башланғысы менән сыҡҡан. Дәүләт автоинспекцияһы даими рәүештә рейдтар уҙғара. Уларҙың маҡсаты – самокатта йөрөүселәр араһында аңлатыу эше алып барыу. Был транспорт сәғәтенә 25 километрғаса тиҙлек менән елдерә ала, шуға күрә ҡолағанда йәрәхәтләнергә мөмкин. “Тимер атта” икәүләп йөрөргә ярамай, ҡанун буйынса ла рөхсәт ителмәй, йәйәүлеләр юлы аша сыҡҡанда төшөргә кәрәк.
Самокаттарға ҡыҙыҡһыныу арта барған һайын юл-транспорт ваҡиғалары ла күбәйә, тип билдәләй инспекторҙар. Был көндәрҙә юл аша сығып барған 15 йәшлек үҫмерҙе Камаз бәрҙерҙе. Уға медицина ярҙамы кәрәк булды. Сипайлово биҫтәһендә уҡыусы машинаны абайламай тәгәрмәс аҫтында ҡалды. Баланы дауаханаға оҙаттылар, табиптар тикшергәс, бәхеткә ауыр йәхәрәхәттәр асыҡланманы.
Ҡалала электр самокаттарҙы урынлаштырыу өсөн 1 меңдән ашыу майҙансыҡ бар. Яй йөрөү өсөн зоналар ҙа булдырылған, уларҙа тиҙлек сәғәтенә 15 километрғаса. Бындай тәртип Ленин исемендәге паркта, Пушкин, Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдарының ҡайһы бер өлөштәрендә ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта, ҡайһы бер үҙәк урамдарҙа, Яҡутов паркында һәм Совет майҙанында электр самокаттарҙа йөрөү бөтөнләй тыйылған. 14 йәшкәсә балалар был транспорт төрө менән ата-әсәһе күҙәтеүендә файҙалана ала. Өфө хакимиәтенән белдереүҙәренсә, кикшеринг нөктәләре буйынса алдан махсус идаралыҡ менән килешеү төҙөргә кәрәк. Әммә, ҡайһы бер самокаттар мәктәп яндарында ҡалдырыла. Йәш сикләүе ҡуйылһа ла, балалар башҡа кешеләрҙең аккаунттары менән ҡуртымға ала икән. Юлдан йөрөгән өсөн йә аварияға килтергән өсөн 500 һумдан мең ярым һумғаса штраф ҡаралған. Миҙгел башланыу менән самокаттар ҡатнашлығында 12 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 12 кеше зыян күргән. Инспекторҙар самокатта йөрөгәндә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм юлда башҡа кешеләр һәм транспорт булғанын онотмаҫҡа саҡыра.