Ауыл уттары
+24 °С
Облачно
Новости
13 Мая , 10:05

Техник тикшереү эштәре башланды

Йылайыр районы территорияһында йылдағыса үткәрелеп килгән шәхси секторҙарҙағы тракторҙар һәм уларҙың тағылмаларын тикшереү эштәре башланды. Ағымдағы йылдың техник тикшереү линияһына беренсе булып Матрай ауыл биләмәһенә ҡараған техника хужалары сыҡты. Дәүләт техник күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса хәҙерге ваҡытта райондың шәхси секторында 953 трактор һәм 194 тағылма иҫәпләнә. 2026 йылдың 4 майына биш ауыл биләмәһендә техник тикшереү үткәрелде, 341 берәмек ҡаралды, был бөтә теркәлгән техниканың яҡынса 30% тәшкил итә.

Техник тикшереү эштәре башландыТехник тикшереү эштәре башланды
Техник тикшереү эштәре башланды

Техник тикшереү үтеү өсөн хужаларға ауыл советына ебәрелгән квитанциялар буйынса дәүләт пошлинаһын һәм техник тикшереү үткәреү өсөн йыйымды алдан түләргә кәрәк, шулай уҡ техниканы тикшереү үткәреү урындарына ваҡытында сығарыу мөһим.
Граждандарҙың шәхси милкендә булған тракторҙар һәм тағылмалар йыл дауамында әҙ ҡулланыла, нигеҙҙә бесән сабыу һәм утын әҙерләү осоронда файҙаланыла. Ҡайһы бер хужалар үҙҙәренең техникаһын дәүләт иҫәбенә ҡуйыу һәм техник тикшереү үтеү мәсьәләләрен үтеүгә икенсе төрлө ҡарай. Был осраҡта тәртипкә ярашлы теркәлмәгән һәм техник тикшереү үтмәгән техниканы ҡулланыу тыйылғанын иҫкәртәбеҙ, һәм улар һәр транспорт саралары өсөн хәүефте арттырыусы объект булып тора.
Быларҙың барыһын да аңлап ҡабул итеү һәм башҡаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн үҙ яуаплылығыбыҙҙы тойоу бик мөһим!
Хәҙерге заман иҡтисадына ярашлы шәхси ихатала трактор техникалары тотоу бик ҡыйын икәне аңлашыла. Сөнки техниканың күпселеге иҫке (хатта ҡайһы бер техника үҙ хужаларынан да оло), яғыулыҡ һәм ремонт материалдары ҡиммәт. Әммә был закон ҡуйған ҡулланыу нормаларын үтәмәүгә, кешенең хәүефһеҙлеген һаҡламауға сәбәп түгел.


Ильгиз Сотланғужин, БР Дәүләт техник күҙәтеү комитетының Йылайыр районы буйынса баш инспекторы.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас