

Бейеү тураһында сәғәттәр буйына һөйләргә мөмкин, бик тәрән дә, серле лә сәнғәт төрө ул... Башҡорт мәҙәниәтенең был төрө тормошта үҙеңде табырға, һаулыҡ яғына иғтибарлы булырға, кешегә үҙ стилен булдырырға, халыҡ араһында үҙеңде матур һәм дөрөҫ тоторға өйрәтә. Бейеүселәрҙең кемеһенән генә һорама – профессионалынанмы, үҙешмәкәр бейеүсенәнме, уларҙың яуабы ла бер: бейеү – ул ҙур тормош...
Апрель айының һуңғы көндәрендә Бейеү көнө билдәләнде. Ошо матур байрамға арнап интернет селтәрҙәрендә лә бик күп конкурстар, флешмобтар үтте. Ә бына Юлдыбай ауылында шәп сара – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бейеү оҫтаһы Сажидә Миңлеғәле ҡыҙы Моталлапованың призына тәүге тапҡыр район-ара бейеү конкурсы үткәрелде. Бәйгенең төп маҡсаты – оҫта бейеүселәрҙе асыҡлау, башҡорт бейеүенең рухын, кимәлен күтәреү.
Бейеүсе һөнәренә мәңге тоғро ҡалған, үҙ эшенә яуаплы ҡараған яҡташыбыҙ Сажидә Моталлапова тураһында ла бик күп матур һүҙҙәр яҙырға була. Бейеүсе булыу теләге уны Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу училищеһына алып килә һәм был һөнәр уның тормош мәғәнәһенә әүерелә лә инде. Шулай итеп бейеү серҙәренә өйрәнеп ҡулына диплом алған Сажидә Миңлеғәле ҡыҙы Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эш башлай. Коллегалары менән ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһай, оло еңеүҙәр яулай.
Шулай ҙа ул хеҙмәт юлын тыуған яҡтарына ҡайтып дауам итә. «Ирәндек» бейеү ансамблендә эшләй.
Ошо көндәрҙә үткән бейеүселәр бәйгеһе лә Сажидә Миңлеғәле ҡыҙы инициаливаһы менән ойошторолдо.
Уның махсус приздарына үткән бәйгелә Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан килгән конкурсанттар яңғыҙ, парлы, бәләкәй һәм ҙур ансамблдәр номинациялары араһында көс һынашты. Сәхнәлә бөтәһе 150 бейеүсе сығыш яһаны.
Жюри составында бейеү бәйгеһенең хужаһы Сажидә Моталлапова, бейеү аҡһаҡалы, республика бейеү конкурстары лауреаты, «Байыҡ» республика телевизион бейеү конкурсы еңеүсеһе Ғүмәр Ҡашҡаров, бик күп йылдар «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамблендә эшләүсе Данил Ғәҙелшин булды.
Һәр бейеүсенең нескәлегенә, һомғоллоғона баһа биреүсе жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләүе еңел булманы. Сөнки һәр бейеү үҙенсәлекле, дәртле, көслө рухлы ине... Конкурсанттарҙың барыһы ла бәйгегә бик етди әҙерләнгән, ҙур тырышлығын һалған.
Бәйге шарттарына ярашлы был көн ике өлөшкә бүленде: тәүгеһе һайлап алыу туры булһа, икенсеһендә гала-концерт ойошторолдо һәм бейеүселәрҙең иң-иңдәре ауыл халҡы һәм килгән ҡунаҡтар өсөн матур сығыштарын бүләк итте.
Шулай итеп, «Әүҙем ҡатнашыусы» номинацияһының дипломдары менән Нурсилә Аптикаева, Элина Ҡорбанғәлиева, Бәҙерниса Хәмитова, Мария Губина һәм Вәскир ауылынан «Ынйылар» бейеү ансамбле бүләкләнде.
«Халыҡ традицияларын һаҡлаусы» номинацияһында Тәнзилә Абдуллина менән Баймаҡ районының Байыш ауылынан «Иҫтәлек» ансамбле еңде. Иҫке Сибай ауылынан килгән «Атайсал»дар һәм Темәстән «Ғилмияза» ансамблдәре «Матур башҡарыусы», Ҡашҡар ауылының шаян ҡыҙҙары менән Мерәҫ ауылынан «Иҫтәлек» ансамбле «Ижади табыш», Гөлдәриә Аҡҡужина «Өмөт» номинацияларында билдәләнде. Лиана Янбекова «Тамашасы һөйөүе» исемен алды.
Яңғыҙ башҡарыусылар араһында:
Гран-При – Динар Солтановҡа (Юлдыбай ауылы), 1-се урын – Әлиә Тумөхәмәтоваға (Хәйбулла районы), 2-се урын – Камила Кугашеваға (Юлдыбай ауылы), 3-сө урын – Раушания Кинйәбулатоваға (Баймаҡ районы) тапшырылды.
Дуэт һәм трио номинацияларында:
Гран-При – Динар һәм Айгөл Солтановтарға (Юлдыбай ауылы), 1-се урын –Ҡәҙриә Ҡоҙашева, Гөлдәриә һәм Яҙгөл Аҡҡужиналарға (Вәскир ауылы), 2-се урын – Фәниә Исҡужина менән Зифа Аҫылбаеваға, 3-сө урын – Зилә Тулыбаева һәм Гөлнара Сөләймәноваға (Һабыр ауылы) бирелде.
Бәләкәй ансамблдәр араһында:
Гран-При – «Талир тәңкә» ансамле (Темәс ауылы), 1-се урын – «Сатҡылар» (Юлдыбай ауылы), 2-се урын – «Илһам»дар (Урғаҙа ауылы), 3-сө урын – «Ҡайтауаз»дар (Йомағужа ауылы) билдәләнде.
Тағы ла ансамблдәр араһында:
Гран-При – «Яҙгөл» ансамбле (Иҫке Сибай), 1-се урын – «Зарифа» ансамбле (Үрге Иҙрис), 2-се урын – «Гөлдәр» ансамбле (Урғаҙа), 3-сө урын – «Ялтыр тәңкә» ансамбле (Баймаҡ ҡалаһы) юғары билдәләр алды.
Шулай уҡ бейеү алиһәһе – Сажидә Моталлапованың махсус призына Урғаҙа ауылында йәшәүсе Йылайыр ҡыҙы Айгидә Дауытова лайыҡ булды.
Бейеүселәрҙең барыһы ла үҙҙәрен оҫта бейеүсе һәм мәҙәни яҡтан өлгө булырлыҡ итеп күрһәтә алды. Гала-концерттың биҙәге булған Сажидә Миңлеғәле ҡыҙының уҡыусыһы Гөлназ Солтанғолова ла үҙенең бейеү бүләген тапшырҙы. Ә инде сараның сәбәпсеһе Сажидә апай туплаған «Һаҡмар» бейеү ансамбле башҡарған шәп бейеүҙәр быр сараға йәм һәм дәрт кенә өҫтәне.