

Партияның төп маҡсаты милли проекттар буйынса башҡарыласаҡ эштәр республика халҡына файҙалы булыуында. Шулай итеп дөйөм йыйындарҙа күтәрелгән һәр инициатива буйынса фекер алышылыуҙар ярҙамы менән райондың социаль әһәмиәткә эйә иң мөһим урындары һайланып алына һәм тауыш биреүгә ҡуйыла. Тейешле тауыш йыйған төҙөкләндереү урыны проекттар буйынса бойомға ашырыла ла инде.
Милли проекттар сиктәрендә Йылайыр районы территорияһында ла күп эштәр башҡарылды, мәҫәлән, Йылайыр йылғаһының яр буйындағы ял итеү урыны, район мәҙәниәт йортонда махсус эффекттарҙы көсәйтеү өсөн светодиодлы экран барлыҡҡа килде, Спасо-Преображенск сиркәүе төҙөкләндерелде, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар булдырылды. Шулай уҡ халыҡ һаулығын ҡайғыртыусы иң мөһим проекттарҙың береһе «Сәләмәтлек поезды» ла «Берҙәм Рәсәй» партияһы ҡарамағында ойошторола.
Тағы ла халыҡтың ҙур һорауы менән тормошҡа ашырылған изге ғәмәлдәрҙең береһе иман йортона күршеләш урынлашҡан бинаны мәсет ҡарамағына тапшырыу булғандыр. Был йүнәлештә лә тап «Берҙәм Рәсәй» партияһының ярҙамы ҙур булды. Хәҙер район үҙәгендә урынлашҡан «Венер» мәсете янында дини уҡыуҙар, Рамаҙан айында ойошторолған ифтарҙар, аят һәм ҡорбан ашы кеүек дини мәжлестәр үткәреү өсөн айырым йорт булдырылды. Партия берҙәмлеге ябай халыҡтың йәшәйешенә йәм өҫтәй, ышаныс булдыра һәм вәғәҙәләгән һәр эшкә яуаплы ҡарай.
Районыбыҙҙа мәсеттәрҙең булыуы, ундағы имамдарҙың эшмәкәрлеге, халыҡ араһында рухи-әхләҡи тәрбиәнең артыуына, иманға ҡайтыуға, ғөмүмән әйткәндә, дөрөҫ йәшәргә, тормошта дөрөҫ юлдан атларға булышлыҡ итә.
Ошондай проекттарҙың тормошҡа ашырылыуына район халҡының да ярҙамы бик мөһим.
Тауыш йыйыуҙарҙа ҡатнашып ҡына районыбыҙ киләсәген булдыра алабыҙ!
Ошо ссылка аша инеп тауыш бирегеҙ https://pos.gosuslugi.ru/lkp/fkgs/?location=m80627000&typeView=&typeView=1&type=&type=2