Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
19 Май , 14:48

Радий Хәбиров Өфөнөң 13-сө дауаханаһы лабораторияһында булды

Ул дауахананың лабораторияһындағы автоматлаштырылған трек линияһы мөмкинлектәрен баһаланы.

19 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 13-сө ҡала клиник дауаханаһының үҙәкләштерелгән клиник-диагностика лабораторияһы мөмкинлектәре менән танышты.

Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин аңлатыуынса, республикала лаборатория хеҙмәтенең заманса моделе булдырылған. Башҡортостанда бөтәһе 109 лаборатория эшләй.

Төбәктә лаборатория тикшеренеүҙәре өсөн пробиркаларҙы автоматик рәүештә анализаторҙарға бүлеү системаһы тәүге тапҡыр 2025 йылда Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында индерелде. Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, технологик процестарҙы автоматлаштырыу етештереүсәнлекте арттырыу, хаталарҙы кәметеү һәм тикшеренеүҙәрҙең сифатын контролдә тотоу мөмкинлеген бирә.

Өфөнөң 13-сө дауаханаһында 178 кеше эшләй. 2025 йылда 205 берәмек ҡорамал ярҙамында 15,4 миллион тикшеренеү башҡарылған. Бында республиканың 18 медицина ойошмаһынан биоматериалдар килтерелә.

Республика медицина-генетика үҙәгенең баш табибы Фәнил Билалов һөйләүенсә, 13-сө дауахана лабораторияһында автоматлаштырылған трек линияһы сорттарға айырыу һәм центрифугалау системаларын, тикшеренеүҙәр башҡарыуҙың юғары ағымлы линияһын, биоматериалдарҙы һыуытҡыста һаҡлау һәм архивлауҙы үҙ эсенә ала. Был Волга буйы федераль округында ошондай төрҙәге берҙән-бер трек системаһы. Ул тикшеренеүҙәр ваҡытын 40 процентҡа ҡыҫҡартырға һәм, персонал һанын арттырмайынса, сменаһына 30-40 процентҡа күберәк проба анализларға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта ул тәүлек әйләнәһенә эшләй ала һәм һәр һынауҙы реаль ваҡытта күҙәтеүҙе тәьмин итә.

– Система беҙгә кеше факторы арҡаһында барлыҡҡа килгән хаталарҙы кәметеү мөмкинлеген бирә. Был, тәү сиратта, ышаныслылыҡ – бында анализаторҙар яҡшыраҡ, шуға ярашлы, прогноз һәм анализ да анығыраҡ. Һәм был тиҙерәк тә – башҡарылған анализ мәғлүмәттәре бер сәғәттән системаға ебәрелә лә инде, – тип билдәләне Радий Хәбиров тикшереү йомғаҡтары буйынса. – 13-сө дауахана һәм Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы лабораториялары, нигеҙҙә, бөтә республика ихтыяждарын ҡапланы. Система тәүлегенә 10 меңгә тиклем, бәлки, унан да күберәк анализ башҡара. Йәғни беҙҙең киләсәккә нигеҙ бар. Тап ошо күренеш һаулыҡ һаҡлау системаһында инновациялар тип атала ла инде.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас