20 майҙа Нефтекамаға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Сарала республика Хөкүмәте ағзалары, төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ҡала хакимиәте етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, Башҡортостан Башлығы муниципалитеттың республика иҡтисадына индергән өлөшө ҙур булыуын билдәләне.
– Ябай булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ тормоштоң бөтә өлкәләренең дә тотороҡло үҫешен тәьмин итәбеҙ. Тәү сиратта һүҙ сәнәғәт эше хаҡында бара, – тине Радий Хәбиров. – 2026 йылдың тәүге өс айында Башҡортостанда етештереү күләме дүрт процентҡа тиерлек артҡан. Ә Нефтекамала үҫеш темптары – яҡынса 12 процент. Был бик яҡшы. Ҡала шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән әүҙем эшләй. 25 миллиард һумға 54 инициатива әүҙем фазала.
Төбәк етәксеһе «Нефтекама» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Унда дөйөм суммаһы 2,5 миллиард һумлыҡ проекттар тормошҡа ашырыла. Әйтергә кәрәк, йылдам үҫеш биләмәләре резиденттары өсөн һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса ставкалар 2027 йылдың аҙағына тиклем оҙайтылған.
Эштең тағы бер мөһим йүнәлеше – инфраструктур һәм социаль объекттар төҙөү. Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, федераль ярҙам менән ҡала биләмәһендә һыу менән тәьмин итеү һәм һыу ағыҙыу селтәрҙәре яңыртыла. Бынан тыш, быйыл Нефтекама дәүләт филармонияһында капиталь ремонт эштәре башланды.
Яңы уҡыу миҙгеленә ҡалала яңыртылған Нефтекама машиналар эшләү колледжын асыу планлаштырыла. Ул Рәсәй Мәғариф министрлығы конкурсында еңеү яулаған – уҡыу йорто базаһында «НЕФАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән партнёрлыҡта заманса белем биреү кластеры булдырыла. Ә 14-се биҫтәлә «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә 1,2 мең урынлыҡ республика буйынса иң ҙур мәктәптәрҙең береһе төҙөләсәк.
Радий Хәбиров уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса әүҙем эштәре өсөн муниципалитеттың идара итеү командаһына рәхмәт белдерҙе. Мәҫәлән, 2019-2025 йылдарҙа был йүнәлештәге федераль проект сиктәрендә Нефтекама биләмәһендә 38 объект төҙөкләндерелгән.
Башҡортостан Башлығы ҡаланың индустриаль флагманы булған «НЕФАЗ» автозаводы («КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә инә) эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бүлде.
– Һуңғы биш йылда предприятие яҡшы үҫеш күрһәтә. Был ваҡыт эсендә завод 161 миллиард һумлыҡ продукция оҙатҡан. Уртаса айлыҡ эш хаҡы һәм һалым түләүҙәре артты, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта производство комплексының тотороҡло эшен һаҡлау буйынса алда бер нисә бурыс бар. Предприятие етәкселегенең «КАМАЗ» холдингы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге сиктәрендә күрелгән саралар һөҙөмтәһендә 2026 йыл башынан Нефтекама майҙансығында етештереү дүрттән бер өлөшкә артҡан. Персоналдың штат һаны ла арттырыла. Республика ла пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә әҙер.