Ауыл уттары
+20 °С
Облачно
Новости
25 Мая , 09:13

Радий Хәбиров Нефтекаманы башҡа муниципалитеттарға өлгө итеп ҡуйҙы

Нефтекамала сәнәғәт производствоһы ышаныслы үҫешә, ҡала мөхитендә сифатлы үҙгәрештәр күренә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙнала муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса кәңәшмәгә йомғаҡ яһағанда ошо турала белдерҙе.

Ҡаланың төп предприятиелары, шул иҫәптән «НЕФАЗ» тотороҡло эш темптарына сыҡты. Былтыр автомобиль заводындағы ауырлыҡтарҙы уңышлы еңеп сыҡтыҡ, тип билдәләне республика етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы Нефтекамала уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса программаларҙы финанслау һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Һуңғы йылдарҙа ҡала күләмле үҙгәртеп ҡороуҙар булды: үҙәк урамдар төҙөкләндерелде, ағастар ултыртылды һәм йәшелләндерелде, заманса тематик аллеялар төҙөлдө.

Радий Хәбиров Нефтекама хакимиәтен төбәктең башҡа муниципалитеттарына өлгө итеп ҡуйҙы. Ул район һәм ҡала башлыҡтарын тематик аллеялар булдырыу һәм йәмәғәт киңлектәрен комплекслы төҙөкләндереү тәжрибәһен әүҙемерәк индерергә саҡырҙы.

Бынан алдараҡ республика етәксеһе Нефтекама ҡалаһын төҙөкләндереү барышы менән танышҡайны.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас