Башҡортостан урмансылары автопаркын тулы приводлы комплекстар һәм автобустар тулыландырҙы. Транспорт “Экология именлеге” милли проектын (национальный проект “Экологическое благополучие”) тормошҡа ашырыу барышында һатып алынған, тип хәбәр итә төбәктең Урман хужалығы министрлығы.
"Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы “Экология именлеге” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ете берәмек яңы урман янғын һүндереү техникаһы һатып алды. Ведомствоның автопаркын УАЗ автомобилдәренә нигеҙләнгән биш тулы приводлы урман патруле комплексы һәм ике маневрлы “Газель NEXT” автобусы тулыландырҙы”, — тиелә хәбәрҙә.
Яңы машиналар урманлы урындарҙа эшләү үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып һайланған. Улар шәхси составты, янғынға ҡаршы инвентарҙы һәм ҡорамалдарҙы ҡатмарлы рельеф һәм юлһыҙ шарттарҙа янғын урындарына оператив күсереү өсөн тәғәйенләнгән.
“Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.