

Тантаналы сарала Рәсәй Федерацияһы Профсоюздары рәйесенең Волга буйын федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Алексей Ильин, Башҡортостан Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, Республиканың Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов, Башҡортостан Республикаһының ғаилә эштәре, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының хеҙмәт өлкәһен мониторинглау һәм социаль бүлек начальнигы Алсыу Сәлихова ҡатнашты.
Осрашыуҙа шулай уҡ, «Башҡортостан оҫталары» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары, республика хеҙмәтсәндәре араһында үткәрелгән «Тыуған ил. Хеҙмәт. Ғаилә» республика профсоюздар конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәр араһында Йылайыр районының «Ғаилә» хеҙмәте етәксеһе Гөлсәсәк Садыҡ ҡыҙы «Иң яҡшы социаль хеҙмәтләндереү хеҙмәткәре» номинацияһында билдәләнде.
Уның һөнәри оҫталығы һәм эшенә яуаплы ҡарауы, коллегалары өсөн өлгө булыуы һоҡландыра.
Гөлсәсәк Садыҡ ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ, эшендә уңыштар теләйбеҙ!